-5 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
12 Июль , 11:20

Фонтанда ҡойонорға ярамай

Ни өсөн урам биҙәге булған фонтандарҙа ҡойонорға ярамай?

Фонтанда ҡойонорға ярамай
Фонтанда ҡойонорға ярамай

*Фонтандар һауаны дымландырыу, урам-майҙандарҙы йәмләү өсөн ҡуйыла, ә һыу инеү өсөн түгел.

*Фонтанда ҡойоноусылар уның биҙәгес элементтарын, яҡтыртҡыстарын, форсункаларын боҙоуы ихтимал.

*Фонтан һыуы ҡойоноу өсөн махсус әҙерлек үтмәй, бассейндар стандарты буйынса таҙартылмай. Фонтан һыуын зарарһыҙландырыу өсөн ҡулланылған химик препараттар йыш ҡына кешене аллергияға, тире ауырыуҙарына дусар итә.

*Фонтан һыуы аша  эсәк инфекцияһы, конъюнктивит, вируслы гепатит кеүек йоғошло ауырыуҙар эләктереү ихтимал.

*Тайып йығылып, башың менән гранитҡа бәрелеп йә токка һуғылып ғүмереңдән яҙыуың  бар. Аяҡ-ҡулыңды һындырып ятыу ҙа шәп түгел.

*Фонтанда ҡойоноусыларға 500 – 1000 һум штраф ҡаралған. Ата-әсәгә балаһын насар тәрбиәләгән өсөн 2000 – 3000 һум штраф һалына.

Сығанаҡ: Башинформ.

Автор: Альфия Акбутина
Читайте нас