+4 °С
Облачно
Яңылыҡтар
14 Июля 2025, 08:40

ТӘҮӘККӘЛДӘР

Өфөнөң 94-се лицейын тамамлаусы Данил Панченко Берҙәм дәүләт имтиханында профилле математиканан 84 балл йыя. Егетте был баһа ҡәнәғәтләндермәй. Ул имтиханды ҡабаттан тапшырырға була. Һөҙөмтәлә 100 балға өлгәшә.

Добавить в предпочтительные источники Google
ТӘҮӘККӘЛДӘРТӘҮӘККӘЛДӘР
ТӘҮӘККӘЛДӘР

Өфөлә Данил ғына түгел, тағы дүрт уҡыусы имтиханды ҡабат тапшырырға тәүәккәлләй һәм иң юғары баһаны яулай. 18-се мәктәптән Камил Ғиләжев, 83-сө инженер лицейынан Азалия Имаева – шулай уҡ профилле математика, 26-сы белем биреү үҙәгенән Данил Ефремов – физика, Л.М. Павличенко исемендәге 106-сы лицейҙан Арсен Ғәлиев – химия буйынса имтиханды ҡабат тапшыра һәм 100 балл йыя.

Тәүәккәлләгән таш ярған, тиҙәрме әле?

Сығанаҡ: Башинформ.

Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас