Кисә, 16 июль, “Зарница”ны асыу тантанаһы булды. Йыйын сараларында 14 команда ҡатнаша. Улар Волга буйы федераль округының бөтә төбәктәренән килгән. Балалар, үҫмерҙәр һәм йәштәр ысын ғәскәри хеҙмәт моделендә күнегә, тактик, утлы һәм туристик әҙерлек үтә, яланға сығыу һәм команда һынауҙарында ҡатнаша.
Йыйындың маҡсаты – башланғыс хәрби әҙерлек күнекмәләре үткәреү, патриотизм һәм үҙ дәүләтеңдең ағзаһы булыу хисе тәрбиәләү, шулай уҡ рухи-әхләҡи ҡиммәттәрҙе аңларға, Ватан, азатлыҡ һәм бойондороҡһоҙлоҡ ҡәҙерен белергә өйрәтеү.
“Патриот” паркында барған йыйын Волга буйы федераль округының дөйөм белем биреү ойошмаларында уҡыған 14 – 17 йәшлек үҫмерҙәр өсөн тәғәйенләнгән. Уйынға йыйылған командалар һәр береһе 11-12 кешенән тора. Һәр командала кәм тигәндә 2 ҡыҙ һәм 1-2 остаз педагог булырға тейешлеге тураһында талап ҡуйылған.
Башҡортостан исеменән Стәрлетамаҡтан “БР Росгвардияһы” командаһы сығыш яһай.
Сығанаҡ: Молодежная газета.
Фото: Беренселәр хәрәкәте.