+19 °С
Ясна
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
18 Июль , 12:28

Алтаҡталар күҙәтеү аҫтында

Өфөлә алтаҡталарҙың, урам исемдәренең яҙылышын даими тикшереп торалар. Быйыл уларҙа йәмғеһе 25 хата табып төҙәтелгән.

Алтаҡталар күҙәтеү аҫтында
Алтаҡталар күҙәтеү аҫтында

Баш ҡала хакимиәтендәге терминология комиссияһы “Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының телдәре тураһында”ғы Закондың үтәлешен тәьмин итеү йәһәтенән ҙур тәжрибә туплаған, ул 2007 йылдан бирле эшләй. Терминология комиссияһы тарафынан тышҡы реклама һәм мәғлүмәт идаралығы менән берлектә Өфө предприятиелары, ойошмалары, учреждениеларынан алынған 872 мөрәжәт ҡаралған. Комиссия мәғлүмәт ҡулланып биҙәү сараларына ҡағылышлы таныҡлыҡтар ҙа бирә.

Сығанаҡ: Башинформ.

Һүрәттә: хаталы алтаҡтаны төҙәтеп элгәндәр.

Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас: