+19 °С
Ясна
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
18 Июль , 10:47

Мөхәмәтша Буранғоловтың мираҫын дауам итәйек

17 июлдә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының мәғариф, фән, башҡорт телен һәм әҙәбиәтен үҫтереү буйынса комиссияһы ағзалары бөйөк башҡорт фольклорсыһы, БАССР-ҙың халыҡ сәсәне Мөхәмәтша Буранғоловтың исемен мәңгеләштереүгә арналған ултырыш үткәрҙе.

Мөхәмәтша Буранғоловтың мираҫын дауам итәйек
Мөхәмәтша Буранғоловтың мираҫын дауам итәйек

«Берҙәм Рәсәй» партияһының йәмәғәтселеккә ярҙам итеү штабында барған түңәрәк ҡорҙа Башҡортостан Мәғариф министрлығының милли мәғариф идаралығы етәксеһе Морат Ишемғолов, Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе урынбаҫары Тәнзилә Дәүләтбирҙина, республикабыҙ Халыҡ ижады үҙәгенең гендиректоры урынбаҫары Нәфисә Тулыбаева,  «Тамыр» балалар һәм үҫмерҙәр телеканалы етәксеһе Гөлназ Ҡолһарина, ғалим-этнолог философия фәндәре кандидаты Зәкирйән Әминев, драматург, журналист, балалар яҙыусыһы Сәрүәр Сурина, шағир, драматург Мөнир Ҡунафин, кинорежиссер Булат Йосопов,  Әлшәй районынан М.Буранғолов исемендәге лицей директоры Илдус Баймөхәмәтов,  Мәләүез ҡалаһы Мөхәмәтша Буранғолов исемендәге 1-се ҡала китапханаһының белгестәре ҡатнашты.

 Сарала Мөхәмәтша Буранғоловтың тормош юлына,  ижадына, уникаль шәхесенә байҡау яһалды.  Уның эҙләнеүҙәренең оло һөҙөмтәһе булған   «Урал батыр» эпосын тағы ла нығыраҡ популярлаштырыуҙы күҙ уңында тотоп, идеялар һәм фекерҙәр тупланды.

–  Башҡорт халҡын  Рәсәй кимәлендә генә түгел, сит илдәрҙә лә билдәле иткән был легендар эпос йәштәрҙең, уҡыусыларҙың үҙаңына ыңғай йоғонто яһай. Быға тиклем дә «Урал батыр» эпосындағы образдар, беҙҙең балаларҙы тәрбиәләүгә йоғонто яһап, уларҙың милли уҙаңына ыңғай тәьҫир итә ине. Тик эште дауам иттереп, замана ҡанундарына тап килгән проект төҙөп, республикабыҙҙың Мәғариф министрлығы, яҙыусылар  менән берлектә телевидение, театр һәм социаль селтәрҙәр аша шәхестең ижадына, «Урал батыр» эпосына иғтибарҙы тағы ла арттырыуҙы төп бурыс итеп ҡуйырға кәрәк, – тине сараны ойоштороп алып барыусы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының мәғариф, фән, башҡорт телен һәм әҙәбиәтен үҫтереү буйынса комиссияһы рәйесе, «Аҡбуҙат» журналының баш мөхәррире Лариса Абдуллина.

Ырымбур өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Йәғәфәр Яманһарин Мөхәмәтша Буранғоловтың тыуған яғында халыҡ менән осрашыуҙарҙы йышыраҡ ойошторооға тәҡдим итте. Ырымбур өлкәһе мәктәптәрендә балаларҙың башҡорт теле уҡырға теләүе хаҡында ла белдерҙе.

Түңәрәк ҡорҙоң фекер алышыу өлөшө аҙағына етте һәм сарала ҡатнашыусылар бер тауыштан  Өфөлә Мөхәмәтша Буранғоловҡа музей булдырыуҙы, уның  тыуған көнә айҡанлы, декабрҙә драматургтар һәм театрҙар өсөн фестиваль уҙғарыуҙы тәҡдим итте.

Сара, «Урал батыр»ҙы халыҡтан яҙып алып, беҙҙең көндәргә килтереп еткергән бөйөк шәхесебеҙҙең ҡәберенә барып доға ҡылып, сәскә һалыу менән тамамланды. Мәхәмәтша Буранғоловтың рухы шат булһын!

Зилә Ғәлләмова.

Автор фотолары.

Мөхәмәтша Буранғоловтың мираҫын дауам итәйек
Мөхәмәтша Буранғоловтың мираҫын дауам итәйек
Мөхәмәтша Буранғоловтың мираҫын дауам итәйек
Мөхәмәтша Буранғоловтың мираҫын дауам итәйек
Мөхәмәтша Буранғоловтың мираҫын дауам итәйек
Мөхәмәтша Буранғоловтың мираҫын дауам итәйек
Мөхәмәтша Буранғоловтың мираҫын дауам итәйек
Мөхәмәтша Буранғоловтың мираҫын дауам итәйек
Мөхәмәтша Буранғоловтың мираҫын дауам итәйек
Автор:Зиля Галлямова
Читайте нас: