“Зарница 2.0” элекке совет осоро “Зарница”һының вариҫы һанала. Тик хәҙер уйынсылар ағас автоматтар һәм ағас гранаталар тотоп йүгерешеп йөрөмәй. Заманса технологиялар ҡаҙаныштары ҡулланыла. Уны ойоштороп үткәреүселәр әйтеүенсә, бөтәһе лә ысын һуғыштағы кеүек. Үҫмерҙәр БМП-ла ла йөрөгән, физик әҙерлек кимәлен күрһәткән.
Ә бөгөн, ҡыҙылдар һәм аҡтар командаларына бүленеп, лазертаг винтовкаларын ҡулланып, хәрби заданиеларҙы үтәйҙәр. Ҡайһы команда еңер? Уныһын кис белербеҙ.
#АманатЗарница2
#АманатПатриотПаркы
#АманатБеренселәрХәрәкәте
#АманатЙәшАрмия
#Зарница2
#ДвижениеПервых
#юнармия