-8 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
24 Июль , 15:14

Файҙалы эшкә ҡушылғандар

Учалы районы Ҡолош ауылынан Динислам менән Алтынайҙы, бәләкәй булһалар ҙа, илебеҙҙең әүҙем граждандары тип әйтә алабыҙ.

Файҙалы эшкә ҡушылғандар
Файҙалы эшкә ҡушылғандар

М. Шайморатов исемендәге ирекмәндәр штабында өлкәндәрҙең маскировка селтәрҙәре үргәнен күреп, балаларҙа ла файҙалы эшкә  ҡушылыу теләге тыуа.

Динислам менән Алтынай хәҙер эшкә йөрөгән кеүек көн дә штабҡа килә. Арыу-талыуһыҙ селтәр үрә улар. Балаларҙың ярҙамы менән 30-лап селтәр үрелгән. Был селтәрҙәр беҙҙең яугирҙәрҙең ғүмерҙәрен һаҡлар. Шулай итеп, Алтынай менән Динислам дөйөм эшкә көстәренән килгән өлөштө индерә. Афарин, балалар!

Был турала М. Шайморатов исемендәге Ирекмәндәр штабының телеграм-каналы яҙа.

#АманатИрекмәнлек

Файҙалы эшкә ҡушылғандар
Файҙалы эшкә ҡушылғандар
Автор: Альфия Акбутина
Читайте нас