Тик йәй эсендә бала кешенең 5 сантиметрға үҫеп китеүе, аяғы ла ҡапыл ҙурайыуы бар. Әйбер алғанда шуны иҫтә тотоу хәйерле.
Алған кейем ярамаҫ булһа, уны алмаштырыу мөмкинлеге 14 көн генә (ярлыҡтары, этикеткалары һаҡланған хәлдә) һаҡлана.
Китап-дәфтәр, нота дәфтәрҙәре, башҡа әсбаптарҙы алмаштырып булмай. Һатып алып ҡайтҡас, берәй боҙоғо, яраҡһыҙлығы асыҡланһа ғына, уны кире алып барып, алмаштырырға йә аҡсаһын ҡайтарып алырға була.
Был кәңәштәрҙе Роспотребнадзор бирә.
Өләсәй-олатайҙарығыҙ бала саҡта атайҙары, әсәйҙәре уларға кейемде запас менән тип, ҙурыраҡ үлсәмдән алып бирер булған. Ул саҡта кейем-һалым магазиндарҙа тулып ятмаған шул. Бер алғаны бер нисә йыл кейелгән, өлкәндәрҙеке кесе туғандарға ҡалған.
Өләсәйҙәрегеҙ һеҙҙе лә кейем-һалымды ҡәҙерләп тоторға өйрәтәлер әле. Тормоштоң төрлө сағын күргән бит улар, әйткәндәрен, өйрәткәндәрен аңлап тыңлағыҙ, балалар.
Башинформ мәғлүмәттәре ҡулланылды.