Республикала спорттың төрлө төрҙәрен үҫтереү тураһында һөйләгәндә Максим Чудов “Спортты – синыфтарға” программаһына баскетбол менән волейбол индереләсәген, программаның мәктәптәрҙә 5-се синыфтан башланасағын белдергән. “Динамо” спорт комплексында шулай уҡ йөҙөү, футбол, саңғы буйынса түләүһеҙ программалар асыласаҡ, тигән ул.
Максим Чудов – Өфөләге “Динамо” спорт йәмғиәте рәйесенең беренсе урынбаҫары, Рәсәй биатлонсыһы, өс тапҡыр донъя чемпионы, Олимпия уйындарының бронза призеры, йәйге биатлон буйынса өс тапҡыр донъя чемпионы.
Күптән түгел Рәсәй Президенты В.В. Путин, илдә спорттың үтә коммерциялашыуын тәнҡитләп, түләүһеҙ спортты мөмкин тиклем үҫтереү мөһимлеге тураһында белдергәйне. “Беҙгә илдә мөмкин тиклем күберәк кешенең спорт менән шөғөлләнеүенә ынтылырға кәрәк”, – тигәйне Президент.
Шулай итеп, беҙҙең республикала балаларға спорт менән бушлай шөғөлләнеү мөмкинлектәре асыла.
Сығанаҡ: Башинформ.