

Йылайыр районындағы форумға йыйылған йәштәр өс көндө хәтәр күңелле үткәргән. Ниндәй генә ярыштар ойошторолмаған! Ул дискотекалар, ул концерттар, ярыштар, походтар, күңелле-күңелле саралар. 18–35 йәшлек йәштәр өсөн тиһәләр ҙә, шул тирәләге ауылдарҙан үҫмерҙәр ҙә барған, әлбиттә.
Йәштәр күңел асырға ғына йыйылмаған, улар етди темаларға етди итеп һөйләшкән да.
Форумды БР Йәш яҡташтар ассоциацияһы менән Йәштәр сәйәсәте министрлығы Башҡортостан Башлығының Гранттар фонды ярҙамында үткәргән.
Видеола: форумдың онотолмаҫ мәлдәре ("Аҫылташ" форумының ВК сәхифәһенән).

