-8 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
30 Июль , 12:19

Йәштәр форумынан беҙҙекеләр еңеүҙәр менән ҡайтты

24 июндә Һамар өлкәһендә Волга буйы федераль округы төбәктәре йәштәренең “иВолга”  тигән форумы асылғайны. Ул 29-ына тиклем дауам итте. Башҡортостан делегацияһына 100-ләп кеше – студенттар, уҡыусылар, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре һәм йәштәр сәйәсәте белгестәре ингәйне.

Йәштәр форумынан беҙҙекеләр еңеүҙәр менән ҡайтты
Йәштәр форумынан беҙҙекеләр еңеүҙәр менән ҡайтты

Башҡортостандарҙың ҡаҙаныштары:

Федераль йәштәр эштәре агентлығының гранттар конкурсында Амалия Хәкимова үҙенең социаль проектын атҡарыуға 400 мең һум отто.

ПФО проекттары конкурсында – Софья Семенова, “Мәҙәниәт һәм сәнғәт” йүнәлешендәге форум рейтингында – Алиса Закирова, медиаконкурста Илона Михайлик (Өфө) менән Ксения Аноцкая (Иглин районы) еңде. Төбәк сатырҙары, визитка йырҙары,видеороликтар конкурстарында Башҡортостан беренселекте яуланы.

“Башҡортостан делегацияһы форумда йыл һайын юғары кимәлен күрһәтә һәм төбәктән лайыҡлы вәкил булып тора. Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ, проекттарының уңышлы тормошҡа ашыуын теләйбеҙ”, – ти республиканың  йәштәр сәйәсәте министры Вито Сабиров.  

Сара Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы вәкиле Игорь Комаров булышлығында үтте.

Йәштәр форумынан беҙҙекеләр еңеүҙәр менән ҡайтты
Йәштәр форумынан беҙҙекеләр еңеүҙәр менән ҡайтты
Йәштәр форумынан беҙҙекеләр еңеүҙәр менән ҡайтты
Йәштәр форумынан беҙҙекеләр еңеүҙәр менән ҡайтты
Йәштәр форумынан беҙҙекеләр еңеүҙәр менән ҡайтты
Йәштәр форумынан беҙҙекеләр еңеүҙәр менән ҡайтты
Йәштәр форумынан беҙҙекеләр еңеүҙәр менән ҡайтты
Автор: Альфия Акбутина
Читайте нас