Ошо көндәрҙә Өфөнөң Ташкент урамында 14 йәшлек үҫмерҙе туҡтаталар. Танытмаһыҙ, шлемһыҙ малай матайҙа елдерергә ярата икән. Әсәһен саҡырталар. Уның алдында үҫмерҙең мотоциклын махсус туҡталҡаға алып китәләр.
Малайҙың ата-әсәһен балаһын һәйбәтләп тәрбиәләмәгән өсөн административ яуаплылыҡҡа тарттырыу мәсьәләһе ҡарала.