-8 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
1 Август , 12:16

Студенттар донорҙар хәрәкәтенә ҡушыла

Тотош илдә студенттар отрядтары Федераль елек донорҙары регистрына инеү акцияһын башланы. Акция 28 июлдә Севастополдә старт алды. Башҡортостанда акция 4 августан 11 авгусҡа тиклем барасаҡ. Акцияға һәр кем ҡушыла һәм кемдең дә булһа ғүмерен ҡотҡара ала.  

Студенттар донорҙар хәрәкәтенә ҡушыла
Студенттар донорҙар хәрәкәтенә ҡушыла

Тимур Ғәлиуллин – Стәрлетамаҡ политехник колледжы уҡыусыһы, “Еләк” студенттар сервис отряды боецы, ә Данил Шәңгәрәев – Өфө фән һәм технологиялар университеты студенты,  “Ҡара акула” отряды ағзаһы. Был егетттәр башҡаларға ла өлгө булып тора.

Башҡортостанда йәшәүселәр нисек итеп елек доноры була ала?

Бының өсөн дәүләт хеҙмәттәре порталы аша йәки Республика ҡан тапшырыу станцияһына, уның Белорет, Октябрьский, Нефтекама, Стәрлетамаҡ, Күмертау ҡалаларындағы филиалдарына ғариза бирәләр. Унда генетик анализ өсөн 3 мл ҡанды тикшереүгә алалар. Шул етә. Артабан инде ҡасан ихтыяж тыуһа, шунда елек күҙәнәктәре кәрәк булған пациенттар донор менән бәйләнешкә инә ала.

Йыл да 2000 самаһы рәсәйлегә ҡан яман шеше диагнозы ҡуйыла.   Уларҙың байтағына елек күсереп ултыртыу талап ителә. Донор эҙләп, табиптар федераль йәки донъя регистрына мөрәжәғәт итә. Һуңғыһында башлыса американдар һәм европалылар ҡатнаша, әммә улар генетик яҡтан рәсәйҙәрҙән айырыла. Шуға унда тейешле донор табыу мөмкинлеге бик аҙ. Үҙебеҙҙең илдең базаһын тулыландырыу мөһим.  Республика ҡан биреү станцияһының баш табибы урынбаҫары Раил Әйүпов аңлатыуынса, трансплантация өсөн елек үҙе түгел, ә ул эшләп сығарған олон күҙәнәктәре кәрәк.

Акцияға ҡушылыусылар әле HLA-типирование анализын тапшыра. Ҡасан да булһа уларҙың  берәй ауырыуҙың ғүмерен ҡотҡарыу ихтималлығы тыуырға мөмкин. Был ғәмәл һис тә хәүеле түгел, ти белгестәр.

**

Найти подходящего человека крайне сложно: вероятность совпадения составляет всего 1 к 10 000. Впервые такая акция прошла в прошлом году — более 1 000 студентов из 18 регионов страны вступили в Регистр. К ним присоединились представители строительных, сервисных, медицинских отрядов, а также проводники. В этом году она пройдет в рамках Всероссийской акции «Код донора. Защитники Отечества» и объединит все направления Российских студенческих отрядов. Расширение Федерального регистра доноров костного мозга — одна из ключевых задач системы здравоохранения. Сегодня в стране реализуются масштабные проекты по популяризации этого направления, и участие каждого жителя России может стать решающим. Российские студенческие отряды — крупнейшее трудовое движение российской молодежи. С 1959 года школу студенческих отрядов прошли более 20 миллионов человек. В 2025 году в составе Российских студенческих отрядов будут трудиться более 400 тысяч студентов и школьников из 85 регионов России, которые получат свой первый трудовой опыт, достойную заработную плату и сделали значимый вклад в развитие страны. Чтобы присоединиться к движению РСО, бесплатно обучиться востребованным рабочим профессиям и трудоустроиться на масштабные проекты не только в России, но и за рубежом, достаточно заполнить простую форму на сайте трудкрут.com или позвонить в кол-центр РСО по номеру 8 800 770 0 117.

Текст и фото: пресс-служба РСО

Студенттар донорҙар хәрәкәтенә ҡушыла
Студенттар донорҙар хәрәкәтенә ҡушыла
Студенттар донорҙар хәрәкәтенә ҡушыла
Автор: Альфия Акбутина
Читайте нас