Артур халыҡ-ара балалар лагерына дүртенсе тапҡыр килгән. Ҡаҙаныштары ла күп. Ул “Ҙур тәнәфес”тең финалына сыҡҡан, беренсе дәрәжә ГТО билгеһенә лайыҡ булған, “Бейеклек” премияһы менән бүләкләнгән, “Беренселәр хәрәкәте”нең күп һанлы конкурстарында һәм проекттарында ҡатнашҡан.
– Был сменала мин онотолғоһоҙ тәжрибә тупланым, мин бит диңгеҙ отрядына эләктем, – ти Артур. – Мин бирешмәҫкә, бөтә ҡаршылыҡтарҙы еңеп, тик алға барырға өйрәнәм.
Конкурста еңер өсөн Артур үҙенсәлекле, мәрәкә сара уйлап таба – дефиле күрһәтергә була.
Халыҡ-ара сменаның хушлашыу кисәһендә күп быуындарҙың яратҡан йәнһүрәте – “Бремен музыканттары” тарихы күрһәтелә. “Артек” сәхнәһен уның геройҙары биләй. Спектакль һуңында төрлө илдәрҙән йыйылған 3000-ләп бала күмәкләп “Дуҫтар йыры”н башҡара.
Тамашасылар билдәле йырсы Надежда Бабкинаны алҡыштар менән ҡаршылай. Ул Рәсәйгә арналған йыр йырлай, бала сағында “Артек”та була алмағаны, уның ҡарауы хәҙер күп илдәрҙән йыйылған балалар эргәһенә ҡыуанып килеүе тураһында һөйләй:
– Был бик гүзәл, сөнки бында тыныслыҡ, бер-береңде аңлау ярала. Бөгөн һеҙ – балалар. Ә иртәгә һеҙгә үҙ илегеҙҙе алға әйҙәргә.
Сығанаҡ: Молодежная газета.
Фото: «Артек» халыҡ-ара балалар үҙәге.