Ярҙам алыуға ғаризны 2025 йылдың 1 сентябренә тиклем ошо һылтанма буйынса бирергә кәрәк: vk.cc/cNLQuy. Шулай уҡ «Берҙәм Рәсәй» партияһының йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәләрендә лә ғариза ҡаул итәләр. Адрестар исемлеге ошонда: vk.cc/coDT6d.
– Тормошта ауыр хәлгә ҡалған һәм мохтаж ғаиләләрҙәге балаларҙы мәктәпкә әҙерләүҙә ярҙам бер ҡасан да артыҡ булмай. Былтыр ғына беҙҙең депутаттарҙың, төбәктәрҙәге эшҡыуарҙар һәм халыҡтың булышлығы менән Белем көнөнә бөтә ил буйлап 287 мең уҡыусыға ярҙам йыйылды. Быйыл да беҙ балаларға тапшырыу өсөн бөтә кәрәк-яраҡты йыясаҡбыҙ: уҡыу һәм ижад өсөн йыйылмалар, мәктәп формаһы, рюкзактар, спорт инвентары. МХО-ла ҡатнашыусыларҙың балаларына һәм яңы төбәктәрҙәге балаларға айырым иғтибар бирәсәкбеҙ, – тине «Берҙәм Рәсәй»ҙең Генсоветы секратары Владимир Якушев.
Эльвира Айытҡолова, «Берҙәм Рәсәй»ҙең Башҡортостан Республикаһындағы Төбәк йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһе етәксеһе, Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы депутаты, «Баланы мәктәпкә әҙерлә» акцияһының йылдан-йыл киңерәк таралыу алыуын билдәләне.
– Акцияла эре компаниялар ҙа, шәхси эшҡыуарҙар ҙа, айырым кешеләр ҙә ҡатнаша. Төбәк йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһе майҙансығында ярҙам итергә теләүселәр өсөн ярҙам йыйыу пункты эшләй. Ярҙамдың төбәүле булыуы мөһим. Хәҙер мохтаждарҙың да, булышлыҡ итергә теләүселәрҙең дә исемлектәре төҙөлә. Уҡыу йылы башланып, бала мәктәпкә барырға дәртләнеп торғанда, уҡыусыларға бындай ярҙам – өлкәндәр яғынан һәйбәт өлгө ул, – тине Эльвира Айытҡолова.
«Баланы мәктәпкә әҙерлә» акцияһы менән бер рәттән партия мәктәптәрҙең 1 сентябргә әҙерлеген дә тикшерә. «Яңы мәктәп» партия проекты координаторы, «Берҙәм Рәсәй»ҙең Дәүләт Думаһындағы фракцияһы етәксеһе урынбаҫары Алёна Аршинова әйтеүенсә, улар ата-әсәләр менән бергәләп төҙөлөш һәм ремонт эштәренең сифатын, ашханаларҙың, мәктәп ихаталарының һәм спорт майҙансыҡтарының торошон баһалаясаҡ.
Автор – Арина АЛЕКПЕРОВА.
Фото: “Берҙәм Рәсәй”.