-8 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
6 Август , 12:27

Дамир мәктәпкә бара

Дамир тигән малай 1-се синыфҡа уҡырға барырға йыйына. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, малайҙы мәктәпкә атаһы оҙата алмай, сөнки ул махсус хәрби операцияла һәләк булып ҡалған.

Дамир мәктәпкә бара
Дамир мәктәпкә бара

Ҡаһармандарҙың балалары үҙҙәрен етем тоймаһын ине. Шуны уйлап, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров урындағы хакимиәттәр етәкселәренә МХО-ла йөрөгән яугирҙәрҙең һәм һәләк булғандарҙың уҡырға төшәсәк балалары тураһында хәстәрлек күрергә  тәҡдим иткәйне.

Мәләүез район хакимиәте башлығы Зәбир Ғабдуллин буласаҡ уҡыусы Дамир менән осрашҡан, ғаиләһе менән һөйләшкән, малайға мәктәп кәрәк-ярағы тулы рюкзак бүләк иткән һәм 1 сентябрҙә Дамирҙы мәктәпкә оҙатырға киләсәге тураһында әйткән.

“Беҙҙең республикала һәйбәт йола барлыҡҡа килде – был тулҡынландырғыс көндә МХО ҡатнашыусыларының балалары менән булыу һәм тәүге нәсихәттәрҙе биреү. Йәнә балаларҙы мәктәпкә әҙерләү. Беҙ балаларҙы үҙебеҙҙекеләргә һәм ситтәргә бүлмәйбеҙ. Бөтә балалар ҙа беҙҙеке”, – ти Зәбир Ғабдуллин.

Сығанаҡ: Башинформ.

Дамир мәктәпкә бара
Дамир мәктәпкә бара
Автор: Альфия Акбутина
Читайте нас