Башҡортостандың хәҙерге студент сервис отрядтары ҙур тәжрибәгә эйә, ҡунаҡ ҡабул итеү даирәһендә улар ыңғай дан алған. Ошо йүнәлештә эшләүселәрҙең береһе – М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия унивреситетының “Көньяҡ еле” отряды. Башҡорт филологияһы факультетының 4-се курс студенткаһы Светлана Ҡазыева быйыл өсөнсө тапҡыр инде йәйге хеҙмәт семестрында эшләй. Светлана был мәшғүллек төрөн һайлағанына бик ҡәнәғәт. Отряды менән бергә ул Бөтә Рәсәй «Диңгеҙ» сервис проекты составына ингән һәм Ҡырым Республикаһында эшләй.
«Студент отрядтары минең фантазияларыма ҡанат ҡуйҙы һәм теләктәремде тормошҡа ашырҙы. Беренсе йылында, хеҙмәт проектында ике ай эшләгәс, мин үҙемә яңы телефон аһтып алдым, икенсеһендә ноутбук алдым. Әммә иң мөһиме – дуҫтар таптым. Бына өсөнсө барыуымда мин биш йондоҙло «Диңгеҙ» отелендә горничный булып эшләп йөрөйөм һәм бында булыуыма бик шатмын! Бына тигән хеҙмәттәштәр, етәкселәр һәм үҙ эшенең профессионалдары, улар миңә ярҙам итә, яңы нәмәләргә өйрәтә», – ти Светлана.
Уның хеҙмәттәше, «Көньяҡ еле» студенттар сервис отряды боецы булыуға дәғүә иткән Камила Байсарова студотряд менән эшкә тәүләп килгән. Ул ашнаҡ эшсеһе булырға теләк белдергән, сөнки үҙен нәҡ ресторан өлкәһендә һынарға ниәтләгән.
«Студент отрядтарында ҡатнашырға кәрәк, сөнки был уникаль һәм бик әһәмиәтле тәжрибә, хатта бер ни менән сағыштырғыһыҙ тәжрибә тип уйлайым. Һөнәри һәм хеҙмәт күнекмәләрен үҫтереү генә түгел, яңы танышлыҡтар ҙа, аралашыу, тупланыу, бер-береңә булышлыҡ итеү, кәрәк саҡта яурыныңды ҡуйыу, берҙәмлек хисе лә ул. РСО-ның ҡәҙимге эштән айырмаһы – был мөхиттә ысынлап та яңғыҙ түгеллегеңде тойоу. Боец булыу – шәп, сөнки был, тәү сиратта, отрядың өсөн, үҙең өсөн ғорурлыҡ тойғоһо, үҙеңдең ролеңде һәм баһаңды аңлау, берҙәмлек һәм башҡа отрядтар, боецтар менән, дөйөм идея һәм маҡсат менән бергәлекте тойоу. Боец булыу — шәп, сөнки ул, үҙеңде үҫтереп һәм асып, отряд исеменән сығыш яһау, уны төрлө яҡлап күрһәтә алыу мөмкинлеге. Был минең тәүге эш тәжрибәһе, һәм мин унан ҡәнәғәтмен һәм шатмын. Хәтирәләр ҙә күп булыр, балаларға, ейәндәргә һөйләр һүҙ ҙә булыр. Был – минең ҡатмарлыҡтарға, шатлыҡтарға иҫ киткес бай һәм тулы йәйем, иртәгә нимә булырын хатта күҙаллай ҙа алмайһың. Тик шуны ғына әйткем килә: файҙаһы иҫ киткес ҙур», — ти Камила.
Фото: РСО-ның пиар бүлегенән.