+24 °С
Ямғыр
Яңылыҡтар
7 Август 2025, 11:45

“Белем” белем бирә

Өфө фән һәм технологиялар университетында үткән «Университет сменалары» тигән ағатыу программаларында ЛХР һәм ДХР уҡыусылары ҡатнашты.  Рәсәй «Белем» йәмғиәте ҡатнашлығында ойошторолған сарала йәмғиәттең лекторы, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының сәләмәтлек һәм хәүефһеҙ йәшәйеш кафедраһы доценты Элина Сафина  технологик стартап тураһында һөйләне. Балалар фәндә һәм бизнеста  лидерлыҡ тураһында фәһемле  мәғлүмәт алды.

“Белем” белем бирә“Белем” белем бирә
“Белем” белем бирә

Лектор билдәләүенсә, стартаптар фәнде һәм бизнес-инициативаларҙы алға әйҙәй, ғалимдар һәм эшҡыуарҙар араһында хеҙмәттәшлекте  үҫтерә. Иҡтисадтың үҫешенә ыңғай йоғонто яһай торған уңышлы бизнес-моделдәр  технологияларҙың да үҫешенә этәргес бирә, яңы эш урындары хасил итә.

Осрашыу балаларға киләсәккә һөнәр һайлауҙа, белем алыуҙа ҡулланырлыҡ мәғлүмәттәр бирҙе.  «Университет сменалары» – профориентация проекты, уның сиктәрендә мәктәп уҡыусылары һәм колледж студенттары юғары уҡыу йорттары студенттарының тормошона, университеттарҙың эске мөхитенә күҙ һала алды, юғары уҡыу йортоноң мөмкинлектәре менән танышты. 

Быйыл Рәсәйҙә 100-ҙән ашыу вуз ошо проектҡа ҡушылған.  “Белем” йәмғиәтенең “Белем.Лекторий” ағартыу проекты сиктәрендә илдең төрлө мөйөштәрендә төрлө темаға  лекциялар үтә – микробиология һәм  физиканан башлап һығылмалылыҡ күнекмәләрен нығытыуға тиклем  белемдәр алырға була. Лекцияларҙа  йәштәр һәм үҫмерҙәр эксперттарға һорауҙар бирә, фекер алыша.  “Белем.Лекторий” проекты саралары тураһында «Белем» йәмғиәте сайтында мәғлүмәт алырға мөмкин.

Фото:  "Белем" йәмғиәтенең төбәк бүлексәһенән.

“Белем” белем бирә
“Белем” белем бирә
“Белем” белем бирә
“Белем” белем бирә
Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас