+24 °С
Ямғыр
Яңылыҡтар
7 Август 2025, 05:41

Легендар Сережаға - Башҡортостан бүләктәре

Махсус хәрби операция башланған саҡтарҙа яугирҙәребеҙҙең колонналарын ҡаршылап һәм оҙатып ҡалыуы менән бөтә илгә билдәле булған Сережа исемле малайҙы күптәр хәтерләйҙер. Курск өлкәһе Обоянь районында йәшәгән Сережаға әле ун йәш. Рәсәй яугирҙәре уға “Патриот” тигән позывной биргән.  Ул Курск халҡының ҡаһарманлығын һәм ныҡлығын кәүҙәләндерә.

Легендар Сережаға - Башҡортостан бүләктәреЛегендар Сережаға - Башҡортостан бүләктәре
Легендар Сережаға - Башҡортостан бүләктәре

Күптән түгел Кушнаренко районы хакимиәте башлығы  Марат Латипов  МХО зонаһына барып ҡайтты. Ул Сережа янына ла ингән. Етәксе  республикабыҙҙың бәләкәй  ирекмәндәренән малайға бүләктәр тапшырған. Бүләктәрҙе Кушнаренко районы ирекмәндәре Злата менән Василиса йыйған.  Хакимиәт башлығы әйтеүенсә, ҡулдарынан килгәндәрҙе эшләп, ҡыҙҙар МХО-ға үҙ өлөшөн индерә.

«Ҡыҙҙарҙың бүләктәрен ҡабул иткәндә бөтә күңелдән шатланыуы  Серёжаның йөҙөнә сыҡты.  Уларға ул ихлас рәхмәтен  тапшырыуҙы һораны.  Мин илебеҙҙә Серёжа, Злата һәм Василиса кеүек йәш геройҙар булыуына ҡыуанам, улар илебеҙҙең яҡты киләсәгенә өмөт һәм ышаныс тыуҙыра», – тип яҙған Марат Латипов үҙенең социаль селтәрҙәренә.

Фото: Кушнаренко район хакимиәте башлығы Марат Латиповтың telegram-каналынан.

Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас