

Лагерҙың төп үҙенсәлеге – ишетеүҙән мәхрүм балаларҙы йәлеп итеү. Улар менән вожатыйҙар – Бөтә Рәсәй һаңғырауҙар йәмғиәтенең йәш әүҙемселәре, ым-ишара телен белгән ирекмәндәр һәм профессиональ тәржемәселәр эшләй. Шуның арҡаһында һәр бала үҙен команданың өлөшө итеп тоя һәм һәләттәрен аса ала.
— Башҡортостандың Бөтә Рәсәй һаңғырауҙар йәмғиәтенә кәрәкле һәм дөрөҫ инициативаһы өсөн рәхмәт. Смена сағыу, ҡыҙыҡлы һәм патриотик рухлы булып үтер тип уйлайым, — тине Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Премьер-министры урынбаҫары – Башҡортостан спорт министры Руслан Хәбибов.
Лагерҙа сменаның оҙайлығы – ике аҙна (5 – 18 август).
Программала — хәрби-патриотик уйындар, спорт ярыштары, ижади оҫталыҡ дәрестәре, тарих дәрестәре һәм команда заданиелары.
— Был проект тотош Рәсәй өсөн уникаль: бер майҙансыҡта ым-ишара телен белгән вожатыйҙар һәм ирекмәндәр ҡарауы аҫтында һаңғырау ата-әсәләрҙең ишеткән һәм ишетмәгән балалары осраша. Бындай нәмә тураһында беҙ күптән хыяллана инек. “Бөтә Рәсәй һаңғырауҙар йәмғиәте” Дөйөм Рәсәй инвалидтар йәмәғәт ойошмаһының эшлекле командаһы тырышлығы менән, БР Хөкүмәте һәм Президент гранттары фонды булышлығында был хыял ысынбарлыҡҡа әйләнде. Балалар башланғыс хәрби әҙерлек һәм патриотик тәрбиә үтә. Үҙ-ара аралашырға һәм дуҫлашырға өйрәнә. Был был йүнәлеште үҫтерергә һәм камиллаштырырға йыйынабыҙ, — ти Башҡортостандағы Бөтә Рәсәй һаңғырауҙар йәмғиәте рәйесе Ольга Шевнина.
Шуны билдәләйек: проект дауамын тапты ла инде. 2026 йылда инклюзив балалар хәрби-патриотик лагеры Башҡортостан Башлығының гранты ярҙамында тормошҡа ашасаҡ.
Сығанаҡтар:
Текст: БР Спорт министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Фото: “Бөтә Рәсәй һаңғырауҙар йәмғиәте” Дөйөм Рәсәй инвалидтар йәмәғәт ойошмаһының БР буйынса төбәк бүлексәһе.