+24 °С
Ямғыр
Яңылыҡтар
8 Август 2025, 06:41

Мәғариф министрлығы берҙәм мәктәп формаһы тураһындағы хәбәрҙе кире ҡаҡты

Ата-әсәләрҙең һәм уҡыусыларҙың фекерен иҫәпкә алып, белем усаҡтары форманың төҫөн һәм фасонын һайлай ала.

Мәғариф министрлығы берҙәм мәктәп формаһы тураһындағы хәбәрҙе кире ҡаҡтыМәғариф министрлығы берҙәм мәктәп формаһы тураһындағы хәбәрҙе кире ҡаҡты
Мәғариф министрлығы берҙәм мәктәп формаһы тураһындағы хәбәрҙе кире ҡаҡты

Мәктәп формаһы бөтә мәктәптәр өсөн дә бер төрлө була икән, тигән хәбәр йөрөй. Был хәбәр дөрөҫ түгел, ул Росстандарттың 1155-се бойороғон (2024 йыл 31 август) яңылыш аңлауҙан килеп сыҡҡан, күрәһең.

Был бойороҡ менән ГОСТ яңыртылды, йәғни кейемгә яңы талаптар раҫланды. Талаптар етештереүселәргә тәғәйенләнгән һәм туҡыма, үлсәмдәргә ярашлылыҡ, һауа үткәреүсәнлек, гипоаллергенлыҡ һәм башҡа шуның кеүек параметрҙарға ҡағыла.

«Рәсәй Мәғариф министрлығы 2025 йылдың 1 сентябренән берҙәм мәктәп формаһын индерергә йыйынмай. Росстандарттың 2024 йылдың 31 авгусындағы 1155-се бойороғо менән етештереүселәр өсөн милли стандарттың дөйөм техник талаптары билдәләнде. Улар яңы уҡыу йылынан үҙ көсөнә инә. Стандартта мәктәп формаһын ГОСТ талаптарына ярашлы тегеү өсөн параметрҙар яҙылған», — тиелә илдең Мәғариф министрлығы аңлатмаһында.

Мәктәп кейемендә балаларҙың тирләп-бешеп, тәне тонсоғоп йөрөмәүен, уның  уңайлы булыуын күҙҙә тота яуаплы ведомстволар.

Сығанаҡ: Башинформ.

Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас