

23 июндән бирле унда ҡатнашыуға ғаризалар алыу бара. Ғаризалар 31 авгусҡа тиклем ҡабул ителә. Рәсәй Хеҙмәт министрлығы сайтында был хаҡта һәммәһе ентекләп аңлатылған — mintrud.gov.ru/events/1416.
Әлеге йәйҙә РСО-ның Башҡортостан төбәк бүлексәһе аша 5600 кеше үтте, 52 предприятие менән хеҙмәттәшлек тураһында килешеүҙәргә ҡул ҡуйылды. Рәсәй студенттар отрядтары ағзаларын ҡабул иткән эш биреүселәр өсөн льготалар ҡаралған. Был предприятиеларға көндөҙгө бүлек студентының айлыҡ хеҙмәт хаҡы суммаһының 22,4 проценты күләмендә льгота булдырылған, уның 11,2 проценты эш биреүсегә кире ҡайта.
Рәсәй Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығының «Мобиллек 2.0» программаһы сиктәрендә лә льгота бар. Уға ярашлы, эш урынынан кәм тигәндә 50 километр алыҫлыҡтағы тораҡ пункттан килгән хеҙмәткәр өсөн 14 мең һумлыҡ субсидия ҡаралған.
Белешмә:
Рәсәй студенттар отрядтарының Башҡортостан төбәк бүлексәһе эшмәкәрлектең түбәндәге өлкәләрендә эш биреүселәр менән хеҙмәттәшлек итә:
медицина (кесе һәм урта медицина персоналы),
сервис (ресторандарҙа, ҡунаҡханаларҙа, шифаханаларҙа хеҙмәтләндереүсе персонал),
ауыл хужалығы (механизаторҙар, ветеринарҙар һ.б.),
балыҡсылыҡ (балыҡ эшкәртеүселәр),
төҙөлөш (төҙөлөштә эшләү – ташсы, арматурасы, иретеп йәбештереүсе һ.б.),
производство (етештереү предприятиеларында эшсе персонал, шул иҫәптән квалификация талап ителмәгән эштәр, конвейер линиялары эшен йүнәлтеү),
педагогия (балалар һауыҡтырыу лагерҙарында вожатый),
проводниктар отрядтары (пассажир вагондары проводниктары, вагон-ресторандарҙа официанттар һ.б.),
үҫмерҙәрҙең хеҙмәт отрядтары (14 –17 йәшлектәр). Йәйге каникулда, миҙгелле йә рәсми хеҙмәт договоры буйынса йыл әйләнәһенә эшләй торған эштәр. Эш хаҡы – 25 меңдән 112 мең һумға тиклем.
Юғары һәм урта һөнәри уҡыу йорттары студенттарын, шулай уҡ 14–17 йәшлек үҫмерҙәрҙе эшкә алыу өсөн төбәктәге Вакансиялар реестры Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте министрлығы менән берлектә Республика Башлығы ҡарамағындағы Студент отрядтарын үҫтереү мәсьәләләре буйынса ведомство-ара координация советы эшмәкәрлеге сиктәрендә төҙөлә. Предприятиеларға ойошманан йәлеп ителеүселәр һаны төбәк проекттары сиктәрендә кәм тигәндә 10 кеше, округтыҡыларҙа – кәм тигәндә 30, бөтә Рәсәй проекттарында кәм тигәндә 50 кеше булырға тейеш, уларҙың туҡланыу, йәшәү урыны һәм комфортлы хеҙмәт өсөн башҡа кәрәкле шарттар менән тәьмин ителеүе шарт.
РСО менән хеҙмәттәшлек мәсьәләләре буйынса төбәк штабының командиры Саматова Элина Илдар ҡыҙына мөрәжәғәт итергә була: +7(999)131-98-29.
Фото һәм текст: РСО-ның пиар-бүлеге.
12+