-8 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
12 Август , 12:29

Башҡортостан балалары Беларусҡа ялға китте

Башҡортостан уҡыусылары  Беларусҡа ялға китте.  Талантлы, әүҙем 20 бала Минск автозаводының “Зубренок” лагерында 14 көн ял итәсәк.

Башҡортостан балалары  Беларусҡа ялға китте
Башҡортостан балалары Беларусҡа ялға китте

Сәйәхәтселәр араһында Балалар йәмәғәт советы ағзалары Әлшәй районынан Николай Панченко, Нефтекаманан Әлиә Нәбиуллина, Благовещен районынан Илья Шилов та бар.

Сәфәрҙә Беларустың иҫтәлекле урындарына – “Хатынь”, “Дан курғаны”, “Сталин линияһы”  мемориаль комплекстарына, Бөйөк Ватан һуғышы музейына, Мир һәм Несвиж замоктарына, Минск автомобиль заводына экскурсиялар ҡаралған.

6 августа Беларустан 20 бала  Башҡортостанға килгәйне. Улар Шишмә районында Рәсәй Геройы Максим Серафимов исемендәге   “Патриот” паркында ял итә.

Сығанаҡ: Башинформ.

Автор: Альфия Акбутина
Читайте нас