-12 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
15 Август , 13:14

ДАИ машиналы малайҙы эләктергән

8-се синыф уҡыусыһы үҙ аҡсаһына «ВАЗ-2114» машинаһы һатып алған. Алған да  ултырып сығып та киткән.  Малайҙың таныҡлығы булмай, әлбиттә. Уны Рәсәйҙә 18 йәштән генә бирәләр бит.

ДАИ машиналы малайҙы эләктергән
ДАИ машиналы малайҙы эләктергән

Уҡыусыны ДАИ юл патрулләү хеҙмәте туҡтата. Малай менән аңлатыу әңгәмәһе үткәрәләр.  Ата-әсәһен саҡыралар.

Тейешле материалдар тупланғас, бәлиғ булмағандар эштәре һәм уларҙың хоҡуҡтарын яҡлау комиссияһына ебәрәләр. Комиссия ата-әсәне административ яуаплылыҡҡа тарттырыу мәсьәләһен ҡараясаҡ.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: республикала “Не рули, малай!” акцияһы бара.  Оло юлдарға рөхсәтһеҙ-таныҡлыҡһыҙ көйө транспорт менән сығып, үҙҙәренә һәм башҡаларға хәүеф тыуҙырып йөрөгән  үҫмерҙәрҙе аулайҙар.

Сығанаҡ: Башинформ.

Автор: Альфия Акбутина
Читайте нас: