+24 °С
Ямғыр
Яңылыҡтар
19 Август 2025, 08:05

"Салауат" ЯСЙ-һы Әбйәлилдә спорт комплексы төҙөнө

Әбйәлил районында балалар өсөн бик шәп спорт комплексы төҙөлдө. Ул биш зонанан тора. Футбол тибәһеңме, баскетбол, волейбол һуғаһыңмы – һәр береһе өсөн айырым зона йыһазландырылған. Ҙур теннис корты ла бар. Воркаут зонаһы спорттың көс төрҙәре менән шөғөлләнеүселәрҙе көтә.

"Салауат" ЯСЙ-һы Әбйәлилдә спорт комплексы төҙөнө"Салауат" ЯСЙ-һы Әбйәлилдә спорт комплексы төҙөнө
"Салауат" ЯСЙ-һы Әбйәлилдә спорт комплексы төҙөнө

Спорт комплексы “Ирәндек” лагеры биләмәһендә урынлашҡан. Унда бер сменала 300-ҙән ашыу бала ял итә.

Балаларға яңы объект бигерәк ныҡ оҡшаған. “Мин лагерҙа икенсе тапҡыр ял итәм. Элек беҙ асфальтта уйнай инек. Башҡа ҡапҡалар тора ине. Хәҙер бында резина япма, бөтә нәмә яңы. Миңә был майҙансыҡ оҡшай”, – тигән уҡыусы Динияр Әхмәтйәнов.

Спорт комплексында төрлө спорт ярыштары, хатта республика саралары ла үткәреләсәк.

Комплексты “Салауат” ЯСЙ-һы төҙөгән. Йәмғиәттең директоры Таһир Бәхтегәрәев әйтеүенсә, инвестор әлегә геологик разведкалауға тотонмаған, әммә район халҡының тормош-көнкүрешен яҡшыртыуға ҙур аҡсалар бүлә лә  башлаған.

“Балалар һаулығына инвестиция һалыу – райондың һәм илдең киләсәгенә инвестиция һалыу икәнлегенә ныҡлы ышанабыҙ. Шунлыҡтан, райондың спорт инфраструктураһына инвестиция бүлеүҙә ҡатнашыу мөмкинлеге булыуын белгәс тә, беҙ уға ихлас ҡушылдыҡ”, – ти Таһир Бәхтегәрәев.

Әбйәлил районы башлығы Айрат Әминев “Салауат” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең райондың мөһим партнеры була барыуын билдәләгән.  Буранғол ауылында мәктәп-интернатҡа капиталь ремонт та ошо бағыусының аҡсаһына үткәрелә.

Сергей Словохотов фотолары.

Сығанаҡ: Башинформ.

Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас