

Уҡыусылар Евразия Фәнни-мәғариф үҙәгенең Вуз-ара студенттар кампусы макетын ҡараны, төҙөлөш, белеүебеҙсә, “Йәштәр һәм балалар” милли проекты ярҙамында алып барыла. Ҡунаҡтар тағы ла “Берлога” милли платформаһындағы Бөтә Рәсәй киберфизик инновациялар үҙәгендә булды.
Смена етәксеһе, Аҡмулла исемендәге университет технопаркының директор урынбаҫары Эльвира Шәймөхәмәтова билдәләүенсә, программаны балалар ял да итһен, яңы белемдәр ҙә алһын тип төҙөйҙәр. Үткән аҙнала улар Евразия күсмә халыҡтар музейында һәм Башҡортостан Милли музейында булған. Бөгөн Вуз-ара кампуста республикабыҙҙың киләсәгенә күҙ һалған. Эльвира Шәймөхәмәтова был сәфәрҙең балаларға киләсәктә һөнәр һайлауҙа ярҙам итеренә, хатта ҡайһы берҙәренең Өфөгә юғары белем алырға килеренә өмөт белдерә.
Юрий Кордий Мелитополдән килгән. Быға тиклем ул Грозный, Мәскәү, Архангельскиҙаға “Университет сменалары”нда булып өлгөргән.
– Өфөлә миңә архитектура көслө тәьҫир яһаны. Музейҙарға барыу, бында борон замандарҙа нимәләр булғанын белеү бик ҡыҙыҡлы булды. Ғөмүмән, миңә Рәсәй ҡалаларында йөрөү, улар тураһында яңы мәғлүмәттәр алыу оҡшай, – ти ул.
18 августа, Рәсәйҙә билдәләнә торған Географтар көнөндә, “Университет сменаһы” ҡатнашыусылары Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан бүлексәһе медиа-төркөмө етәксеһе журналист Рөстәм Сиразетдинов менән осрашҡан. Ул РГЙ эшмәкәрлеге, үҙе ҡатнашҡан күп һанлы экспедициялар тураһында бик мауыҡтырғыс итеп һөйләгән.
Аҡмулла исемендәге уҡыу йортонда “Университет сменаһы” иртәгә, 20 августа, тамамлана.
Белешмә:
Билдәле булыуынса, Рәсәйҙә заманса кампустар селтәре ил Президенты Владимир Путиндың ҡушыуы буйынса төҙөлә. 2030 йылға илдә 25 кампус барлыҡҡа килергә тейеш.
Башҡортостан заманса кампустар төҙөү федераль проекты атҡарылған пилот төбәктәрҙең береһе булып тора. Өфөлә Евразия Фәнни-мәғариф үҙәгенең Вуз-ара студенттар кампусының беренсе сираты 2024 йылдың февралендә асылғайны. Әле инде унда 18 ғилми лаборатория һәм үҙәк эшләй, “Берлога” милли платформаһындағы Бөтә Рәсәй киберфизик инновациялар үҙәге лә ошонда урынлашҡан. 2025 йылдың апрелендә Геном үҙәге асылды. Геном үҙәге нигеҙендә Башҡортостандың һәм Сберҙың “Мәктәп21+” уртаҡ проекты эш башланы.
Сығанаҡ: Башҡортостан Хөкүмәтенең рәсми сайты.
#молодежьидети #йәштәрһәмбалалар
#нацпроектмолодежьидети #йәштәрһәмбалалармиллипроекты