+9 °С
Дождь
Еңеүгә - 80 йыл
Яңылыҡтар
20 Августа 2025, 06:55

"Сәскәләр урынына балалар" акцияһы бара

Башҡортостанда Белем көнөндә хәйриә сараһы үткәрелә. Унда һәр кем ҡатнаша ала.   Өфө хосписы "Сәскәләр урынына балалар" акцияһын беренсе йыл ғына үткәрмәй.  Сараның асылы ябай: унда ҡатнашырға уйлаған һәр синыф үҙенең уҡытыусыһына әллә нисәмә гөлләмә урынына берҙе генә бүләк итә, ә янда ҡалған аҡсаны  дауалап булмай торған ауыр сирле балаларға һәм өлкәндәргә ярҙамға күсерә.  

"Сәскәләр урынына балалар" акцияһы бара"Сәскәләр урынына балалар" акцияһы бара
"Сәскәләр урынына балалар" акцияһы бара

ПРОЕКТТА НИСЕК ҠАТНАШЫРҒА?

 

  1. Уҡытыусы, ата-әсәләр йә балалар үҙҙәре инициатива күрһәтә: уҡытыусыға бер генә гөлләмә алырға йә һәр кем берәр сәскә генә килтерә лә шуларҙан бер ҙур гөлләмә төҙөргә.

 

  1. Ҡарар ҡабул ителһә, ошо сайттағы форманы тултырығыҙ: dvc.ufahospice.ru/

 

  1. Янда ҡалған аҡсаны Өфө хосписында дауаланыусыларға күсерегеҙ. Унда бөтә Башҡортостандан 300-ҙән ашыу бала онкология, генетик һәм неврологик ауырыуҙар менән ята.  Һеҙҙең ярҙам менән уларға кәрәкле ҡорамалдар, аҙыҡ-түлек алыныр.  Балаларға бала сағын онотмау мөмкинлеге булыр.

 

  1. Хәйриә аҡсаһын тотош синыф менән дә, айырым ғаиләләр исеменән дә ебәрергә була.

 

  1. 21 – 31 августа алдан шылтыратыу буйынса Даян Мурзин урамындағы 8-се бинаға килеп, хоспистың стационарынан ҡатнашыусы пакетын алығыҙ. (Пакетта уҡыусыларҙың кейеменә беркетә торған йәбештергес, рәхмәт хаты, уҡытыусыға асылма, дөйөм гөлләмә өсөн таҫма булыр. Йә булмаһа электрон почтағыҙға үҙегеҙ баҫтырып алыр өсөн макеттары ебәрелер).

 

  1. Үҙегеҙҙең социаль селтәрҙәрҙә линейкаға әҙерлек барышы төшөрөлгән фотографияларығыҙҙы ҡуйығыҙ. «Сәскәләр урынына балалар» акцияһында ҡатнашыуығыҙ тураһында һөйләгеҙ. Быны 1 сентябргә тиклем эшләү яҡшыраҡ. Һеҙгә ҡарап, иптәштәрегеҙ ҙә сараға ҡушылырға дәртләнһен. Шулай итеп, һеҙҙең ярҙамығыҙ күп тапҡырға ишәйер!

 

Уңайлы булһын өсөн  dvc.ufahospice.ru/ сайтына һылтанманы социаль селтәрҙәргә урынлаштырығыҙ һәм хоспистың аккаунттарына ла билдә ҡуйығыҙ. Хештегтар: #вашапомощьнезавянет #детивместоцветов #уфимскийхоспис #ярҙамығыҙшиңмәҫ #өфөхосписы #сәскәләрурынынабалалар

 

  1. 1 сентябрҙә йәбештергестәрҙе уҡыусыларҙың кейеменә тағығыҙ, гөлләмәгә таҫманы һәм асылманы беркетеп, яратҡан уҡытыусығыҙҙы ҡотлағыҙ. 1 сентябрь байрамынан фотоларҙы, Өфө хосписы аккаунттарын билдәләп, үҙегеҙҙең социаль селтәрҙәргә һалығыҙ.

 

Һорауҙар менән Өфө хосписы фандрайзерҙары Руфинаға: 8-927-237-98-52 һәм Галинаға: 8-917-789-34-49 мөрәжәғәт итегеҙ.

#вашапомощьнезавянет #детивместоцветов #уфимскийхоспис #ярҙамығыҙшиңмәҫ #өфөхосписы #сәскәләрурынынабалалар

"Сәскәләр урынына балалар" акцияһы бара
"Сәскәләр урынына балалар" акцияһы бара
Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас