-8 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
22 Август , 14:49

Башҡортостандың йәш уҡсылары Ҡаҙағстандағы ярышта ҡатнашты

Беҙҙең үҫмерҙәр Ҡаҙағстанда уҡтан атышып, һәйбәт сығыш яһап ҡайтҡан. Аҡтау ҡалаһында үткән ярышта Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Үзбәкстан спортсылары һәм Рәсәй исеменән Башҡортостандың Һыбай йөрөү һәм традицион уҡтан атыу федерацияһы тәрбиәләнеүселәре ҡатнашҡан.

Башҡортостандың йәш уҡсылары Ҡаҙағстандағы ярышта ҡатнашты
Башҡортостандың йәш уҡсылары Ҡаҙағстандағы ярышта ҡатнашты

Республикабыҙҙың үҫмерҙәр командаһы икенсе урынды яулаған. Ауырғазы районынан Батырхан Ғайсин 13–15 йәшлектәр араһында бронза миҙаллы булған. Бишбүләк районынан Гүзәл Буранғолова 16–17 йәшлек ҡыҙҙар араһында көмөш миҙал яулаған.

Йәш уҡсылар Фәим Ғайсин һәм Рәйес Низаметдинов етәкселегендә күнегә. Спортсыларҙың да, тренерҙарының да, ата-әсәләренең дә тырышлығы бушҡа китмәгән.

Был хаҡта Ауырғазы районы башлығы Арыҫлан Шәһәретдинов хәбәр иткән.

Сығанаҡ: Башинформ.

Башҡортостандың йәш уҡсылары Ҡаҙағстандағы ярышта ҡатнашты
Башҡортостандың йәш уҡсылары Ҡаҙағстандағы ярышта ҡатнашты
Башҡортостандың йәш уҡсылары Ҡаҙағстандағы ярышта ҡатнашты
Башҡортостандың йәш уҡсылары Ҡаҙағстандағы ярышта ҡатнашты
Башҡортостандың йәш уҡсылары Ҡаҙағстандағы ярышта ҡатнашты
Башҡортостандың йәш уҡсылары Ҡаҙағстандағы ярышта ҡатнашты
Башҡортостандың йәш уҡсылары Ҡаҙағстандағы ярышта ҡатнашты
Автор: Альфия Акбутина
Читайте нас