-8 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
23 Август , 16:31

Башҡортостан балалары махсус операция яугирҙарын шулай күрә

Дүртөйлө районының Исмәғил балалар сәнғәт мәктәбендә «Армия балалар күҙлегенән» тигән онлайн-күргәҙмә асылды. Ҡулдарына ҡылҡәләм алғансы, балалар был теманы ентекле өйрәнгән: махсус дәрестәрҙә уҡыусылар Рәсәй Ҡораллы Көстәренең тәғәйенләнеше, махсус хәрби операция темаһына әңгәмәләр тыңлаған, хәрби һөнәр менән танышҡан. Балалар уҡытыусылар менән бергә был мәктәптә блиндаж шәмдәре эшләй һәм яугирҙар өсөн маскировка селтәрҙәре бәйләй.

Балалар өсөн патриотик саралар республиканың бөтә мөйөштәрендә үтә, сөнки Армия мәҙәниәте көндәре төрлө быуын вәкилдәрен берләштерә.

Мәҫәлән, Баймаҡ районында Курск дуғаһындағы еңеүҙең 82 йыллығына викториналар, Балаҡатайҙа «Еңеү байрағы» тигән уйын-квест үткәрелгән. Благовещен районында һуғыш балаларына арналған мини-футбол турниры ойошторолған. Ишембай районы уҡыусыларҙы «Сик буйында», «Разведчиктар» кеүек ролле уйындарға, яугир курсына йәлеп иткән.

Автор: Альфия Акбутина
Читайте нас