+24 °С
Ямғыр
Яңылыҡтар
26 Август 2025, 13:04

Бөрө ҡалаһында Башҡортостан уҡытыусыларының август кәңәшмәһе үтте

Бөгөн Бөрө ҡалаһында уҡытыусыларҙың иң мөһим йыйыны – август кәңәшмәһе үтте. Кәңәшмәлә  Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров сығыш яһаны. Сығышында ул ысын ил һаҡсыларын тәрбиәләгән уҡытыусыларға тәрән хөрмәтен һәм рәхмәтен белдерҙе.

Бөрө ҡалаһында Башҡортостан уҡытыусыларының август кәңәшмәһе үттеБөрө ҡалаһында Башҡортостан уҡытыусыларының август кәңәшмәһе үтте
Бөрө ҡалаһында Башҡортостан уҡытыусыларының август кәңәшмәһе үтте

Беҙҙең мәктәптәрҙе тамамлағандар бөгөн,  батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ күрһәтеп, алғы һыҙыҡта лайыҡлы алыша. Һеҙ тәрән хөрмәткә лайыҡ! Республикабыҙҙа уҡытыусылар, уҡыусылар һәм ата-әсәләр МХО-ла ҡатнашыусыларға ярҙам күрһәтеү, уларҙың ғаиләләре хаҡында хәстәрлек күреү, геройҙарҙың иҫтәлеген хөрмәтләү буйынса эштә берләште, – тине Радий Хәбиров. Ул мәктәптәргә Советтар Союзы Геройҙары, Рәсәй Геройҙары, Дан ордены кавалерҙары, республиканың данлы шәхестәре исемдәәре бирелеүе, МХО-ла ҡатнашып һәләк булғандар хөрмәтенә иҫтәлекле таҡтаташтар ҡуйылыуы тураһында, был эштең артабан да дауам итәсәге хаҡында һөйләне.

Быйыл тағы ла 104 мәктәпкә лайыҡлыларҙың исемдәре биреләсәк.

Республика мәктәптәрендә 2225 “Герой партаһы” бар.

5 мең бала шайморатовсы исемен ғорур йөрөтә.

Рәсәй Геройы Максим Серафимов исемендәге “Патриот” паркында “Авангард” уҡыу үҙәге базаһында 16 меңдән ашыу унынсы синыф уҡыусыһы хеҙмәткә саҡырылыуға тиклемге әҙерлек үтте. Ошо август айында был паркта Максим Серафимовға һәйкәл ҡуйылды.

Башҡортостан Башлығы билдәләүенсә, ҡаһарман яҡташтарыбыҙҙың иҫтәлеген ҡәҙерләп һаҡлауҙа уҡытыусылар айырыуса мөһим эш башҡара. «Республиканың Мәғариф министрлығына тарихи хәтерҙе һаҡлау буйынса эште дауам итергә, белем биреү барышында ҡулланыу өсөн Башҡортостанда тыуып үҫкәндәрҙең ҡаһарманлыҡтарын тасуирлаған әсбаптар (брошюралар) төҙөргә ҡушам», – тине төбәк етәксеһе.

Сығанаҡ: Башинформ.

Бөрө ҡалаһында Башҡортостан уҡытыусыларының август кәңәшмәһе үтте
Бөрө ҡалаһында Башҡортостан уҡытыусыларының август кәңәшмәһе үтте
Бөрө ҡалаһында Башҡортостан уҡытыусыларының август кәңәшмәһе үтте
Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас