+24 °С
Ямғыр
Яңылыҡтар
26 Август 2025, 08:56

Балаларҙың тештәре һау булһын!

Башҡортостан мәктәптәрендә 247 теш кабинеты эшләй. Уларҙың 110-ы “Ос әйҙә!” белем биреү проектының “Сәләмәт йылмайыу” модуле сиктәрендә асылған. Былтырғы уҡыу йылында ғына ла уларҙа 257 054 баланы ҡарағандар. Был республика уҡыусыларының яртыһы тиерлек!

Балаларҙың тештәре һау булһын!Балаларҙың тештәре һау булһын!
Балаларҙың тештәре һау булһын!

Былтыр ошо программа буйынса 16 мәктәптәге стоматология кабинеты яңыртылған, быйыл тағы 8 кабинетты яҡшырталар. Йыл аҙағына тиклем улар эшләй башлаясаҡ

2020 йылда һатып алынған “Толпар” балалар күсмә стоматология комплексы ла йәш быуындың сәләмәтлеге һағында эшләй. Биш йыл эсендә Өфөнөң 3-сө балалар стоматология поликлиникаһы табиптары ошо “Толпар” менән тотош республиканы урап сыҡҡан, балалар социаль учреждениеларында булған, төпкөл төбәктәргә барып еткән. 13 меңләп баланың тешен дауалағандар, шул иҫәптән – 3 меңләп МХО-ла ҡатнашыусылар балаларын һәм үҙенсәлекле балаларҙы.

Башҡортостан стоматологтары Луганск Халыҡ Республикаһының Красный Луч ҡалаһына ла юлланған, унда 1,8 мең баланы ҡабул иткән.

Был хаҡта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һөйләгәйне. “Балаларҙың йылмайыуы – иң мөһиме. Был йылмайыуҙар сәләмәт булһа, икеләтә яҡшы. Беҙ, өлкәндәр, Башҡортостанда нәҡ шулай булһын тип тырышабыҙ”, – тигән ул.

Фото: Радий Хәбировтың социаль селтәрҙәге аккаунтынан.

Сығанаҡ: Башинформ.

 

Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас