

23 августа турфирма шуларҙан 35 кешене Ҡарадах тарлауығына сәйәхәткә алып китә. Юлда Гуниб районында туҡталып, төшкөлөктө ашап алалар.
Төнгә ҡарай төркөм сәйәхәттән базаға әйләнеп ҡайта, ҡайтҡас, киске ашты ашайҙар. Бер тәүлектән инде балалар ҡоҫоп, температуралары күтәрелеп ауырый башлай.
Дағстан буйынса МЧС хәбәр итеүенсә, балалар “Рубас” ял базаһында аҙыҡ менән ағыуланған тип фараз ителә.
Әлеге көндә 17 бала менән 2 өлкән кеше Дербент дауаханаһының инфекция бүлексәһендә ята. Хәлдәре ҡәнәғәтләнерлек, тип яҙалар Дербент районының телеграм-каналында.
Фото: Дербент районы телеграм-каналынан.
Башинформ таҫмаһынан.