+24 °С
Ямғыр
Яңылыҡтар
26 Август 2025, 14:22

Иң яҡшы уҡытыусыларға – республика Башлығы премиялары

“Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса йыл уҡытыусыһы-2025” төбәк-ара конкурсы, “Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы” республика конкурсы һәм “Туған тел һәм әҙәбиәт буйынса йыл уҡытыусыһы” конкурсы лауреаттарына Башҡортостан Башлығының премиялары тапшырыла.

Иң яҡшы уҡытыусыларға – республика Башлығы премияларыИң яҡшы уҡытыусыларға – республика Башлығы премиялары
Иң яҡшы уҡытыусыларға – республика Башлығы премиялары

Указ БР-ҙың хоҡуҡи мәғлүмәт рәсми порталында баҫылған.

Бүләкләнеүселәр исемлегенә ингән уҡытыусылар:  

“Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса йыл уҡытыусыһы-2025” төбәк-ара конкурсы лауреаттары, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары:

2-се “СМАРТ” республика полилингваль гимназияһынан Нәҙгөл Хәбибуллина,

Өфөнөң 24-се мәктәбенән Гөлшат Вәлиуллина,

Стәрлетамаҡтың 23-сө полилингваль мәктәбенән Айһылыу Таймаҫова,

Өфө күп профилле профколледжынан Фәнзил Санъяров,

Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 1-се урта мәктәбенән Венера Йәрмөхәмәтова;

“Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы” республика конкурсы буйынса:

Стәрлетамаҡтың 5-се гимназияһынан физика уҡытыусыһы Ренар Хәйбуллин, 

Өфөнөң 39-сы мәктәбенән рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Яна Майкова,

Өфөнөң 93-сө физика-математика лицейынан тарих уҡытыусыһы Ирина Никитина,

Өфө районы Чесноковка урта мәктәбенең рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы  Евгения Шинова,

Ҡариҙел 1-се урта мәктәбенең хәүефһеҙлек нигеҙҙәре  уҡытыусыһы Винер Кәримов.

“Туған тел һәм әҙәбиәт буйынса йыл уҡытыусыһы” конкурсы буйынса

Стәрлетамаҡтың 6-сы гимназияһының рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Алина Кәримова,

Стәрлетамаҡтың 17-се мәктәбенең татар теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлфиә Ғиләзитдинова,

Саҡмағош районы Йомаш урта  мәктәбенең сыуаш теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Ираида Сөнәғәтуллина,

Илеш районы Иҫке Күкте урта мәктәбенең татар теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Венера Ғәлиуллина,

Сибай ҡалаһы 7-се мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Светлана Арыҫланова.

Фото:  https://irorb.ru/

Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас