

13 сентябрҙә Арт-КВАДРАТ майҙансығы тағы бер тапҡыр урам мәҙәниәтен һөйөүселәрҙе берләштерәсәк. Бында киң күләмле «URAMBAIRAM» фестивале үтәсәк.
3х3 баскетболы, чирлидинг турнирҙары, фиджитал-ярыштар һәм брейк-данс баттлдары һәр кемдең иғтибарын яулар, моғайын.
3х3 баскетболы ярыштары өс категорияла ойошторола:
12-15 йәшлек ҡыҙҙар һәм малайҙар,
16-21 йәшлек ҡыҙҙар һәм егеттәр,
22 йәштәге һәм өлкәнерәк ир-ат һәм ҡатын-ҡыҙҙар өсөн.
Командалар FIBA 3x3 платформаһында 7 сентябргә тиклем теркәлә ала.
Ә бында – фиджитал-баскетбол, брейкинг һәм чирлидинг турнирҙарына теркәлеү өсөн һылтанма: https://dynamoufa.ru/.
Фестиваль сиктәрендә яңыртылған составлы «Динамо» баскетбол клубы менән таныштырыу була. Ул баскетбол буйынса Рәсәй Чемпионатында сығыш яһаясаҡ. Шулай уҡ «Уфимец» баскетбол командаһы ла урам байрамында ҡатнашасаҡ. Ҡунаҡтар автограф һәм фото сессиялары ваҡытында спортсылар менән аралашыр, баскетболсылар менән бергәләп уйнап та алыр.
Фестивалдә музыканттарҙан диджейҙар Martinez һәм Air, «Summer breeze» һәм «Sunrise» кавер төркөмдәре кәйефтәрҙе күтәреп торор.
Программа:
17:00 — фестивалде асыу
17:30 — 3х3 баскетболы буйынса финал уйындары
19:00 — музыкаль коллективтарҙың сығыштары
Инеү, ҡатнашыу түләүһеҙ. Фестиваль Башҡортостан Спорт министрлығының гранты ярҙамында үткәрелә.
6+