-7 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
27 Август 2025, 15:02

Афарин, малайҙар, юғалып ҡалмағандар!

Белорет районында Ҡоҙғон-Әхмәр ауылының 15 йәшлек ике үҫмере Еләкташ тауҙары (Малиновая-1, Малиновая-2 тауҙары башҡортса нисек була икән?) яғына урман ҡыҙырырға сығып китә. Ауылдан 8 километрҙа булһа ла, шул ерҙәрҙә үҫкән бит улар. Бәләкәйҙән өйрәнелеп бөткән ерҙәрҙә аҙашырбыҙ тип уйламағандарҙыр ҙа инде.  

Афарин, малайҙар, юғалып ҡалмағандар!
Афарин, малайҙар, юғалып ҡалмағандар!

Әммә аҙашҡандар. Шулай ҙа юғалып ҡалмағандар. 112 номерына ҡотҡарыусыларға шылтыратҡандар, геолокацияны ебәргәндәр. Ҡотҡарыусылар килгәнсе шул урында ғына торғандар.

Ә БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты хеҙмәткәрҙәре, квадроциклдарға атланып, тәңгәл генә килеп тә еткән.

Үҫмерҙәрҙең тәүәккәл һәм белеп эш итеүе ҡотҡарыусыларға ла эште еңеләйткән.

Фото: Госкомитет РБ по ЧС.

Башинформ таҫмаһынан

 

Автор: Альфия Акбутина
Читайте нас