-2 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
29 Август , 21:16

Музыка дәрестәрендә ниндәй йырҙар йырланасаҡ?

Мәғариф министрлығы мәктәп музыка дәрестәре өсөн патриотик йырҙар исемлеген әҙерләне. "Рәсәй Федерацияһының  Мәғариф министрлығы башланғыс дөйөм һәм төп дөйөм белем биреү кимәлендә "Музыка" предметы сиктәрендә белем биреү процесын ойоштороуҙа методик материал сифатында ҡулланыу өсөн тәҡдим ителгән патриотик йырҙар исемлеген төҙөнө", — тиелә хәбәрҙә.

Музыка дәрестәрендә ниндәй йырҙар йырланасаҡ?
Музыка дәрестәрендә ниндәй йырҙар йырланасаҡ?

Мәғариф министрлығы мәктәп музыка дәрестәре өсөн патриотик йырҙар исемлеген әҙерләне.

"Рәсәй Федерацияһының  Мәғариф министрлығы башланғыс дөйөм һәм төп дөйөм белем биреү кимәлендә "Музыка" предметы сиктәрендә белем биреү процесын ойоштороуҙа методик материал сифатында ҡулланыу өсөн тәҡдим ителгән патриотик йырҙар исемлеген төҙөнө", — тиелә хәбәрҙә.
Исемлеккә уҡыусыларҙы рухи-әхлаҡи һәм патриотик тәрбиәләүгә йүнәлтелгән 37 йыр индерелгән. Мәғариф учреждениелары үҙҙәре тәҡдим ителгән композицияларҙы ҡулланыу тураһында ҡарар ҡабул итә.
Мәҫәлән, музыка дәрестәрендә балаларға «Ҡыҙыл ҡояш» (П.Аедоницкий, И. Шаферан), «Еңеү көнө» һәм «Был донъя ниндәй матур» (Д. Тухманов, В. Харитонов), «Обелиск итәгендә» (А. Киселев, К. Чибисов), «Минең Мәскәүем» (И. Дунаевский) йырҙарын өйрәтеү тәҡдим ителә.
Бынан тыш, исемлеккә заманса композициялар ҙа инә, мәҫәлән, Ярослав Дроновтың «Минең Рәсәйем» (Shaman), «Офицерҙар», «Үлемһеҙ полк» һәм Олег Газмановтың «Артыҡ алға, Рәсәй», Сергей Трофимовтың «Ватан», Денис Майдановтың «Рәсәй» композициялары.

Автор: Зиля Галлямова
Читайте нас: