«Беҙҙең ярты миллион уҡыусыбыҙ өсөн яңы уҡыу йылы башланды. 45 меңләгән бала парта артына тәүләп ултырҙы. Алда — яңы таныштар һәм иҫке дуҫтар менән осрашыуҙар, көтөлмәгән асыштар, сағыу эмоциялар. Мәктәп осорон ғәмһеҙ тип әйтеү ауыр — белемгә юл бер ҡасан да ябай булмай. Ләкин был һәр кешенең тормошонда мөһим осор, һәм өлкәндәрҙең бурысы — ошо мәлде балаларыбыҙ өсөн бәхетле итеү.
Башҡортостанға идара итеү командаһы бының өсөн күпте эшләй. Беҙҙең маҡсат — мәктәптәрҙә, колледждарҙа, вуздарҙа балаларыбыҙ конкуренцияға һәләтле яҡшы белем алһын. Бөгөн беҙ тап булған ауырлыҡтар уларҙың үҫешенә бер нисек тә ҡамасауламаһын. Улар бөгөнгө тантаналарҙағы кеүек киң итеп йылмайыуын дауам итһен.
Бөтә уҡыусыларҙы, студенттарҙы, уларҙың ата-әсәләрен, педагогтарҙы — 1 сентябрь менән! Бөтәгеҙгә лә уңыштар!» — тип яҙған ул социаль селтәрҙәрҙә.