-19 °С
Ясна
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
2 Сентябрь 2025, 15:03

Гәзит-журналдарға яҙылыу башланды

Дүшәмбе көн, 1 сентябрҙә, яңы уҡыу йылы менән бер рәттән, 2026 йылға гәзит-журналдарға яҙылыу кампанияһы башланды.

Гәзит-журналдарға яҙылыу башланды
Гәзит-журналдарға яҙылыу башланды

Республика гәзит-журналдарына почта бүлексәләрендә һәм онлайн-сервис аша rbsmi.ru сайтында яҙылырға була. Сайттың «Подписка» бүлегенә күсергә лә үҙеңә кәрәкле гәзит йәки журналды һайларға кәрәк. Төймәгә баҫҡас, баҫманың бите асыла һәм баҫма йәки электрон версия тәҡдим ителә, шунан һуң тауар кәрзингә китә. Унда инеп, заказды тамамлағыҙ.
Әүҙем яҙылыусыларыбыҙҙы 1–11 октябрҙә һәм 3–13 декабрҙә льготалы яҙылыу көтә. 1 октябрҙән 11-енә тиклем һәм 3 декабрҙән 13-өнә тиклем ташламалар декадаһы үткәрелә. Был осорҙа түбәнерәк хаҡҡа яҙылып була.  

Бөтә яҙылыусылар ҙа приздар уйнатыуҙа ҡатнаша ала. 

"Башҡортостан Республикаһы" Нәшриәт йорто" акционерҙар йәмғиәте ойошторған “Яҙ һәм бүләк от!” конкурсы шарттары бында:
https://rbsmi.ru/news/v_bashkortostane_startuet_podpisnaya_kampaniya_na_gazety_i_zhurnaly

Шарттары:  

*ике баҫмаға яҙылырға; 

*2026 йылдың ғинуарына тиклем 450079, Өфө ҡалаһы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13, «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто акционерҙар йәмғиәте, 212-се кабинет йәки  podpiska@rbsmi.ru электрон адресына үҙеңдең адресты, контакт телефоныңды күрһәтеп, ирекле формала ҡатнашыуға заявка ебәрергә.

***
“Аманат” журналының “Яҙыл да бүләк от!” конкурсы ла дауам итә.

Журналға яҙылыу квитанцияғыҙҙы amanat@yandex.ru почтаһына ебәреп, уйыныбыҙҙа ҡатнашығыҙ!

“Аманат”тың ҡиммәтле бүләктәрен отоғоҙ! Төп приз – ВЕЛОСИПЕД!
Ә бөтә синыфы, мәктәбе менән яҙылыусыларға “Аманат”тың Маҡтау билдәһе, яҙылыуҙы ойоштороусы уҡытыусыға Рәхмәт кәлимәһе тапшырасаҡбыҙ.

Гәзит-журналдарға яҙылыу башланды
Гәзит-журналдарға яҙылыу башланды
Автор: Альфия Акбутина
Читайте нас