-1 °С
Ҡар
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
2 Сентябрь , 16:02

Округ студенттары йылға сәфәрендә йөрөнө

Волга буйы федераль округы Рәсәй студент отрядтары катамаранда йөҙөү ойошторҙо. Сара Башҡортостанда үтте.

Округ студенттары йылға сәфәрендә йөрөнө
Округ студенттары йылға сәфәрендә йөрөнө

Быйыл май айында Башҡортостан Студент отрядтары етәксеһе урынбаҫары Иван Шатов “Алтай. Үҫеш биләмәһе”  йәштәр белем биреү форумының грант конкурсында еңде.

Округтың “Беҙҙең округ – көс!” программаһын үҫтереүгә Иван 800 мең һум аҡса алды. Проект сиктәрендә РСО ҡатнашыусылары өсөн катамарандарҙа ағып төшөү, төбәк штабтары етәкселәре өсөн стратегик сессия, күңел асыу саралары  ойошторолдо.

Программаның төп маҡсаты – округ студент отрядтарының  эш тәжрибәһе менән уртаҡлашыу. Проектта Волга буйы федераль округының 14 субъектынан 70-ләп кеше ҡатнашты. Ҡатнашыусыларға Нөгөш һыу һаҡлағысынан ағып төшөү бик оҡшаны. Һәр төбәктең 5-әр кешенән торған командаһы 6 километрҙан ашыу ара үтте, республикабыҙҙың тәбиғәт күркәмлектәренә һоҡланды, ойошманың артабанғы үҫеше һәм уртаҡ пландар тураһында фекер алышты.

Округтың Студент отрядтары округ штабы етәксеһе урынбаҫары Сархан Гришин бындай сараларҙың тәжрибә уртаҡлашыу һәм аралашырға өйрәнеү йәһәтенән мөһим булыуын билдәләне.

Сығанаҡ: Молодежная газета.

Автор: Альфия Акбутина
Читайте нас: