

Волга буйы федераль округында үткән “Төбәктәрҙең тәме” гастрофестивалендә Башҡортостан командаһы еңеү яуланы.
Сара 22–24 августа Нөгөш һыу һаҡлағысы буйында «Башҡортостан» милли паркында үтте.
Ярышта Волга буйы федераль округының 14 субъекты вәкилдәре ҡатнашты. Һәр береһенән 3-5 кеше булды. Улар, усаҡ өҫтөндә милли ризыҡтар бешереп, жюриға күрһәтте.
Ҡатнашыусылар өсөн белем биреү блогы булдырылды, «Ҡыҙҙар күҙ йәше» экскурсияһы һәм башҡа интерактивтар ойошторолдо.
Еңеүсе команданың етәксеһе Рөстәм Фәтихов был проектта былтыр ҙа ҡатнашҡан. Икеһен сағыштырып, ул быйылғы сараның форматын оҡшатыуын белдерҙе. Уның төркөмөндә һәр ҡатнашыусы конкурс өсөн үҙ варианттарын тәҡдим иткән, ә фекерләшеүҙән һуң икеһен һайлағандар — өс төрлө ит менән бишбармаҡ һәм десертҡа бауырһаҡ. Фәтиховҡа быйылғы локация ла, проект үҙе лә, башҡа ҡатнашыусылар ҙа оҡшаған.
Ябыу тантанаһында шеф-ашнаҡсы Денис Шепелев Башҡортостан командаһының да, Рөстәмдең үҙенең дә юғары оҫталығын билдәләне. Шулай итеп, Башҡортостандыҡылар беренсе урынды яуланы. Икенсе һәм өсөнсө урындарҙа – Ырымбур өлкәһе командалары.
Сығанаҡ: Молодежная газета.