Был көн Төньяҡ Осетиялағы Беслан ҡалаһындағы фажиғә менән бәйле. 2004 йылдың 1 сентябрендә ҡанһыҙ террористар мәктәпте баҫып алғас, шатлана-шатлана уҡырға барған балалар, уҡытыусылар һәм ата-әсәләр өс көнгә әсирлеккә эләгә. 333 кеше һәләк була, шуларҙың 186-һы – балалар...
Ошондай ҡот осҡос хәлдәрҙе булдырмау өсөн һәр беребеҙгә уяу булыу мөһим. Әле лә ҡурҡыныс янап тора, хәүефле заманда йәшәйбеҙ бит.
Терроризмға ҡаршы көрәшкә теләктәшлек белдереү ниәтенән “Йәншишмә” гәзите балалар өсөн быйыл да “Донъя – изгелек буяуҙары менән” тип аталған һүрәттәр конкурсы иғлан итә.
Ул 25 августа башланды һәм 30 сентябргә тиклем дауам итә. Эштәрҙе “Йәншишмә”нең “Бәйләнештә” социаль селтәрендәге төркөмөнә йә электрон почтаһына ебәрергә.
Шарттарға килгәндә, интернет селтәрендәге әҙер эштәрҙе күсереп эшләү тыйыла. Яҙыуҙар булһа, уларҙы башҡорт телендә яҙырға кәрәк. Иң яҡшы һүрәттәр гәзит биттәрендә баҫыласаҡ.
Еңеүселәр ике төркөмдә билдәләнә: балалар баҡсалары тәрбиәләнеүселәре һәм башланғыс мәктәп уҡыусылары. Өлкәнерәк балалар ҙа ҡатнаша ала, әлбиттә.
Сығанаҡ: “Йәншишмә” гәзите.
6+