-10 °С
Ҡар
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
4 Сентябрь , 14:33

«Рәсәйҙең әҙәби флагманы» конкурсы ҡатнашыусыларҙы көтә

Сентябрҙә «Рәсәйҙең әҙәби флагманы» тигән Бөтә Рәсәй конкурсына  ғаризалар ҡабул итеү тамамлана. Ойоштороусылар  Рәсәйҙең 89 субъектынан «Рәсәйҙең әҙәби флагманы» исеменә көрәшергә теләүселәрҙән ғаризалар көтә.

«Рәсәйҙең әҙәби флагманы» конкурсы ҡатнашыусыларҙы көтә
«Рәсәйҙең әҙәби флагманы» конкурсы ҡатнашыусыларҙы көтә

Конкурс ун беренсе тапҡыр үтә.  Унда ҡатнашыу өсөн субъекттар жюри ҡарамағына 2024–2025 йылдарҙа әҙәбиәткә, китапҡа һәм уҡыуға бағышлап үткәрелгән  берәй әһәмиәтле сараның  презентацияһын  тәҡдим итергә тейеш.

Ғәҙәттә, жюри Рәсәй Президенты В.В. Путин иғлан иткән йыл темаһына бағышланған проекттарға һәм сараларға айырым иғтибар бүлә.

Быйылғы Ватанды һаҡлау йылында махсус хәрби операция геройҙарына һәм ҡатнашыусыларына, шулай уҡ нацизмға ҡаршы көрәшеп, Ватаныбыҙҙың азатлығы өсөн ҡараһрманлыҡ күрһәткән ата-бабаларыбыҙға айырым иғтибар бирелә.  

Рәсәй китап союзы президенты Сергей Степашин етәкселегендәге абруйлы жюри составына китап һәм китапхана берләшмәләре, власть органдары һәм йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, журналистар, әҙәбиәт тәнҡитселәре һәм яҙыусылар инә. Улар алдында ҡатмарлы эш тора: тиҫтәләрсә ғариза араһынан иң яҡшы 20-һен һайлап алырға. Шул 20 эсенән иң күп уҡыусы  төбәк — «Рәсәйҙең әҙәби флагманы» асыҡланасаҡ.

Еңеүсегә маҡтау дипломы, иҫтәлекле приз һәм китаптар тупланмаһы тапшырыла. Китаптар китапхана фондтарын тулыландырыуға тәғәйенләнә.  Еңеүсе артабан йыл дауамында Рәсәй китап союзы үткәргән форумдарҙа һәм күргәҙмәләрҙә ташламалы ҡатнашыу мөмкинлегенә эйә була.  

Тағы өс төбәк лауреат тип иғлан ителеп, уларға маҡтау дипломдары тапшрыла.

Махсус приздар һәм «Китап һәм уҡыу биләмәһе» статусы элекке йылдарҙа еңеүсе булған һәм һуңғы йылдарҙа бер нисә тапҡыр ҡыҫҡа исемлеккә ингән төбәктәргә бирелә.  

Былтыр «Рәсәйҙең әҙәби флагманы» исемен Башҡортостан Республикаһы яуланы. Еңеүҙе уға «Китап байрам»ын ойоштороп үткәреү килтерҙе.  «Халыҡтар дуҫлығы – әҙәбиәттәр дуҫлығы» тигән фраза проекттың девизы булғайны.  

«Рәсәйҙең әҙәби флагманы» исеменә иғлан ителгән «Иң күп уҡыусы төбәк» Бөтә Рәсәй конкурсы Рәсәй китап союзы тарафынан РФ Цифрлы үҫеш, элемтә һәм киң коммуникациялар  министрлығы булышлығында үткәрелә.  

Фото: Башинформ.

Автор: Альфия Акбутина
Читайте нас