+24 °С
Ямғыр
Яңылыҡтар
5 Сентябрь 2025, 14:37

“Изге подписка”ға Башҡортостан министрлыҡтары етәкселәре ҡушылды

“Урал аръяғы” инвестһабантуйында барған “Изге подписка” акцияһына 80-ләп кеше ҡушылды ла инде. Улар араһында республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары–сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев менән республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары–спорт министры Руслан Хәбибовтың булыуы акцияның әһәмиәтен  арттыра. Һәр ваҡыттағыса, БР Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Максим Ульчев та сараға үҙ өлөшөн индерҙе.

“Изге подписка”ға Башҡортостан министрлыҡтары етәкселәре ҡушылды“Изге подписка”ға Башҡортостан министрлыҡтары етәкселәре ҡушылды
“Изге подписка”ға Башҡортостан министрлыҡтары етәкселәре ҡушылды

БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһы президенты, Дәүләт Йыйылышы–Ҡоролтай депутаты Тимур Хәкимов Башҡортостандан сыҡҡан яугирҙарҙың балаларына 50 дана “Аҡбуҙат” журналын яҙҙырҙы.

БР Хөкүмәтенең Мәғлүмәт тәьминәте һәм киң мәғлүмәт саалары менән эш итеү департаменты директоры Альбина Вәлиева ярҙамы менән бер нисә МХО ҡатнашыусыһының ғаиләһе “Башҡортостан” гәзите менән гәзиттең “Башҡортостан.Йома” сығарылышын алдырасаҡ.

– “Республика Башкортостан” нәшриәт йорто менән Рәсәй почтаһының “Изге подписка” акцияһы – бик кәрәкле һәм изге ниәтле башланғыс. Унда йыл әйләнәһенә почтаның бөтә бүлексәләрендә, шулай уҡ “Матбуғат йорто”нда ҡатнашырға мөмкин, – тине Альбина Вәлиева.

Инвестһабантуйҙа йөрөгән итальян эшҡыуары Элио Капиелло ла акцияға ҡушылды. Ул МХО ҡатнашыусыһы ғаиләһе өсөн “Аҡбуҙат” балалар журналын яҙҙырҙы.

Иртәгә “Башҡорт аты” фестивалендә хәйриә акцияһы дауам итәсәк. Теләгән һәр кем уға ҡушыла ала.

Сығанаҡ: "Молодежная газета" гәзите.

“Изге подписка”ға Башҡортостан министрлыҡтары етәкселәре ҡушылды
“Изге подписка”ға Башҡортостан министрлыҡтары етәкселәре ҡушылды
“Изге подписка”ға Башҡортостан министрлыҡтары етәкселәре ҡушылды
“Изге подписка”ға Башҡортостан министрлыҡтары етәкселәре ҡушылды
“Изге подписка”ға Башҡортостан министрлыҡтары етәкселәре ҡушылды
“Изге подписка”ға Башҡортостан министрлыҡтары етәкселәре ҡушылды
“Изге подписка”ға Башҡортостан министрлыҡтары етәкселәре ҡушылды
“Изге подписка”ға Башҡортостан министрлыҡтары етәкселәре ҡушылды
Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас