

Республика Мәғариф министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, быйыл яңыртылған 8 стоматология кабинеты асылырға тейеш. 1 сентябрҙә Благовещендың 6-сы мәктәбендә, Дүртөйлө ҡалаһының 5-се мәктәбендә, Ҡариҙелдең 2-се мәктәбендә, Ҡырмыҫҡалы ауылының 2-се мәктәбендә һәм Межгорьеның 2-се мәктәбендә стоматология кабинеттары ишектәрен асты.
Кабинеттар капиталь ремонт үткән, заманса теш дауалау ҡорамалдары менән йыһазландырылған, стеналары төрлө төҫтәге орнамент менән күңелле итеп биҙәлгән.
Сығанаҡ: Башинформ.