

Форумға килеүселәр махсус хәрби операция ҡатнашыусыларының ғаиләләренә матбуғат баҫмаларын яҙҙыра. “Зауралинформ” нәшриәтенең генераль директоры Айбулат Уразбахтин “Изге подписка”ға ҡушылды.
– Мин үҙем киң мәғлүмәт саралары вәкиле, шуға коллегаларымдың һәр изге башланғысын хуплайым. Сара мөһим, кәрәкле, бигерәк тә уның йоғонтоһон күргән кешеләргә. Бөгөн мин МХО яугирының ғаиләһе урындағы “Атайсал” гәзитенә яҙҙырҙым, – ти Айбулат Алек улы.
ӨФһТИның Сибай филиалы матубғат хеҙмәте етәксеһе Раулә Хәсәнова бер ғаиләне “Аҡбуҙат” балалар журналына яҙҙырҙы. Ул ошо журналды электән яратыуын белдерҙе.
Иҫегеҙҙәлер, “Изге подписка” акцияһы Өфөлә үткән “Китап байрамы”нда барлыҡҡа килгәйне. Уға Рәсәй Президенты ярҙамсыһы Владимир Мединский менән Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров старт биргәйне.
Һүрәттә: Инвестһабантуйҙа "Изге подписка" үтә.
Сығанаҡ: "Молодежная газета" гәзите.