

Ишембайҙа “Урал батыр” эпосы буйынса йәнһүрәт төшөргәндәр. Ошо көндәрҙә уның премьераһы булған. Проект район ғына түгел, республика кимәлендә лә күренекле ваҡиға булып тора. “Ишембайфильм” йәнһүрәт студияһының ижади командаһы үҙенең бик талантлы икәнен күрһәткән.
Йәнһүрәтте ҡаланың Мәҙәниәт һарайында ҡарарға мөмкин булыр. Тиҙҙән күрһәтеүҙәр графигы сығасаҡ.
Был хаҡта район хакимиәте етәксеһе Азат Ишемғолов үҙенең телеграм-каналында яҙа.