1943 йылдың 8 сентябрендә Берлинда фашистар Чехословакия журналисы һәм әҙәбиәт тәнҡитсеһе Юлиус Фучикты үлтерә. Төрмәлә ятҡанда ул “Муйында элмәк менән репортаж” тигән китабын яҙып өлгөрә. Һәләк булғандан һуң, 1950 йылда, Юлиус Фучик Халыҡ-ара Тыныслыҡ премияһына лайыҡ ителә. Уның китабы 70-тән ашыу телгә тәржемә ителә.
Журналистика донъяла иң хәүефле һөнәрҙәрҙең береһе булып ҡала. Йыл һайын планетаның төрлө мөйөшөндә байтаҡ журналист үлемесле һөжүмгә дусар була.
Башҡортостан журналистары донъяның прогрессив журналистарына теләктәшлек белдерә, шулай уҡ илебеҙҙә барған махсус хәрби операцияны һәм уның батыр яугирҙәрен киң яҡтыртыуға ҙур өлөш индерә. Ә бөгөн Матбуғат йортонда журналистар МХО яугирҙарына ебәреү өсөн сәк-сәк бешереү буйынса өмә үткәрә.
Еңел булмаған хеҙмәттәрендә коллегаларыбыҙға, республикабыҙ журналистарына, ҙур уңыштар теләйбеҙ.