+24 °С
Ямғыр
Яңылыҡтар
10 Сентябрь 2025, 10:56

Күргәҙмә “Юлдаш” радиоһының тарихын һөйләй

Быйыл «Юлдаш» радиоһына 25 йыл тула. «Башҡортостан» ТРК акционерҙар йәмғиәтенә ингән радиостанция юбилей уңайынан Башҡортостан Милли музейында «Юлдаш»тың тарихына арнап күргәҙмә ойоштора. Уны “Республика тауышы” тип атағандар.

Күргәҙмә “Юлдаш” радиоһының тарихын һөйләйКүргәҙмә “Юлдаш” радиоһының тарихын һөйләй
Күргәҙмә “Юлдаш” радиоһының тарихын һөйләй

Күргәҙмәгә фотоһүрәттәр, элекке радиоалғыстар һәм тауыш яҙҙырыу ҡоролмалары, шулай уҡ радиостанцияның тарихын сағылдырған материалдар ҡуйылған. Радионың төп тапшырыуҙары, ҙур проекттар һәм акциялар тураһында һөйләгән стендтар бар. Экспонаттар коллективтың һөнәри ҡаҙаныштары, милли мәҙәниәтте һаҡлауға һәм таратыуға индергән өлөшө  менән таныштырасаҡ.

Айырым стендты "Юлдаш" радиоһының 25 йыллығына ҡарата үткәрелгән "Көмөш йылдар. Алтын ҡулдар" конкурсына ебәрелгән эштәр күргәҙмәһе биләй. Бәйгелә          Йылайыр, Илеш, Шишмә, Учалы, Мәсетле, Нуриман, Балтас һәм Бөрйән райондарынан, шулай уҡ Сибай, Мәләүез һәм Яңауыл ҡалаларынан оҫталар ҡатнашты. Күргәҙмәне асыу тантанаһында еңеүселәргә бүләктәр тапшырыласаҡ. Гран-при яулаусы шифахана путевка менән бүләкләнәсәк.

Күргәҙмә 12 сентябрҙә 15:00 сәғәттә Милли музейҙа  асыла.

0+

Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас