-10 °С
Ҡар
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
12 Сентябрь , 09:54

Бөгөн – Милли кейем көнө

Халҡыбыҙҙың рухи һәм матди мәҙәниәте менән ҡыҙыҡһынған кешеләр йыл да апрелдә һәм сентябрҙә Милли кейем көнө үткәрелгәнен яҡшы белә. Был матур байрам 2020 йылда булдырылды. Республикала йәшәгән бөтә халыҡтар бер сағыу гөлләмәгә әйләнә ошо көндө. Урамдарҙы тултырып, аллы-гөллө итеп кейенгән кешеләр йөрөй, мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында балалар милли кейем кейеп килә.

Бөгөн – Милли кейем көнө
Бөгөн – Милли кейем көнө

Милли кейем – милләттең хазинаһы, тарихы, рухы ул. Милли кейем байрамы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров башланғысы менән булдырылды.

Беҙҙең бурыс – милли мәҙәниәтте лә тормошобоҙҙоң мөһим, айырылғыһыҙ өлөшө итеү. Мәҫәлән, башҡорт кейеме. Ул беҙҙең эшлекле, көндәлек тормошобоҙға инә бара. Сараларҙа милли элементтар ҡулланып кейенгән кешеләрҙе күрһәм, бик шатланам, – тигәйне Радий Хәбиров ошо айҡанлы. –  Был халыҡ-ара байрам – бер-беребеҙгә ҡарата дуҫлыҡ һәм ихтирам билдәһе. Һәм иң мөһиме, был байрам – үткәндәребеҙгә күпер, сөнки үткәндәребеҙ – беҙҙең таянысыбыҙ”.

Башҡортостанда күптәр милли кейем кейеп, милли биҙәүестәр тағып йөрөргә ярата. Зауыҡлы, заманса итеп кейемдәр тегелә, биҙәүестәр яһала. Тегеүселәр, модельерҙар, дизайнерҙар, ҡул эштәре оҫталары стилләштерелгән әйберҙәр ижад итә.

Тамырҙарын, йолаларын, халҡының тарихын, милли мәҙәниәтен ҡәҙерләгән халыҡтың үткәне һәм бөгөнгөһө генә түгел, киләсәге лә бар.

Фото: Башинформ.

 

#МиллиКейемКөнө2025 #ДеньНациональногоКостюма2025    

Автор: Альфия Акбутина
Читайте нас