-8 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
12 Сентябрь , 19:58

Милли музейҙа "Юлдаш" радиоһының күргәҙмәһе асылды

Бөгөн, 12 сентябрь, Милли музейҙа барыбыҙ ҙа яратып тыңлаған “Юлдаш” радиоһының 25 йыллыҡ юбилейына ҡарата “Юлдаш”. Республика тауышы” тигән күргәҙмә асылды. Күргәҙмәне асыу тантанаһында  радио редакцияһын Башҡортостан Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе урынбаҫары Елена Арямнова ҡотланы.  Радионың өҙлөкһөҙ һәм сифатлы эшен тәьмин иткән хеҙмәткәрҙәргә наградалар тапшырылды.

Милли музейҙа "Юлдаш" радиоһының күргәҙмәһе асылды
Милли музейҙа "Юлдаш" радиоһының күргәҙмәһе асылды

“Юлдаш”тар юбилейға арнап үткәрелгән "Көмөш йылдар. Алтын ҡулдар" конкурсы еңеүселәрен дә ошо сарала иғлан итте.  Гран-при Нуриман районынан оҫта ҡуллы Тимур Сафинға тапшырылды, 1-се урын Бөрйән районынан Айһылыу Баймырҙинаға бирелде. Еңеүселәргә шифаханаға путевкалар, ҡиммәтле бүләктәр тапшырылды. Радионың баш мөхәррире Миләүшә Ғәлиева әйтеүенсә, конкурс тағы бер тапҡыр “Юлдаш”тың   тыңлаусылар менән бәйләнеше ныҡ булыуын, уның республикала иң халыҡсан радиостанция икәнлеген иҫбатланы.

Тантананы популяр йырсыларыбыҙ биҙәне. Алмас Сирусин "Уралым" йыры менән һоҡландырҙы. Венера Юлгилдина дәртле йыры менән халыҡты бейетә яҙҙы.

Күргәҙмә буйлап экскурсияны “Теге өсәү”ҙең икәүһе – Айбулат Сисәнбаев менән Филүс Ҡасимов үткәрҙе.

Күргәҙмәлә төрлө дәүерҙәрҙәге һирәк осрай торған фотоһүрәттәр, тарихи радиоалғыстар һәм тауыш яҙҙырыу ҡоролмалары, шулай уҡ радиостанцияның барлыҡҡа килеүен һәм үҫешен сағылдырған документтар һәм материалдар тәҡдим ителә.

Элекке тауыш яҙҙырыу ҡорамалдары ҙур һәм ауыр була. “МИЗ-8” маркалы диктофон СССР-ҙа тәүге портатив ҡорамал була.  Уға тиклемге аппараттар тик электр селтәрендә генә эшләй, шуға яланға, баҫыуға-фәләнгә алып сығып булмай.   Рәсәйҙең атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Башҡортостандың радио һәм телевидениеһына ярты быуат самаһы ғүмерен биргән Шәүрә Ғилманова ла 6 килограмлы ошо диктофонды күтәреп йөрөгән: “1987 йылда шуның менән мин Германияға стажировкаға барҙым. Унда ныҡ аптыранылар”.

Һуңғы осор аппаратураһы менән эш иткән йәштәр элек радио тапшырыуҙарын әҙерләүҙең ни тиклем ауыр, мәшәҡәтле булғанын күҙ алдына ла килтерә алмай. Хәҙер заманса техника менән ҡоралланған радио редакцияһы төрлө ерҙә үткән сараларҙан һәм  ваҡиғаларҙан күсмә эфирҙар  алып бара. “Юлдаш” республикала үткән донъя кимәлендәге ҙур-ҙур сараларҙа ҡатнаша һәм тура тапшырыуҙар алып бара.

Күргәҙмәгә күсмә студия ла ҡуйылған. Унда теләгән берәү үҙен радио тапшырыуын алып барыусы сифатында һынап ҡарай ала.

Күргәҙмә 30 сентябргә тиклем эшләй. Килеп күрегеҙ.

Фотолар авторҙыҡы һәм Башинформдыҡы.

Милли музейҙа "Юлдаш" радиоһының күргәҙмәһе асылды
Милли музейҙа "Юлдаш" радиоһының күргәҙмәһе асылды
Милли музейҙа "Юлдаш" радиоһының күргәҙмәһе асылды
Милли музейҙа "Юлдаш" радиоһының күргәҙмәһе асылды
Милли музейҙа "Юлдаш" радиоһының күргәҙмәһе асылды
Милли музейҙа "Юлдаш" радиоһының күргәҙмәһе асылды
Милли музейҙа "Юлдаш" радиоһының күргәҙмәһе асылды
Автор: Альфия Акбутина
Читайте нас